Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә республика бюджеты һәм муниципаль берәмек бюджеттарының килем ҡеүәтен, һалым һәм һалым булмаған килемдәр керемен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның ултырышы булды. Унда йыйылма бюджеттың һалым һәм һалым булмаған килемен арттырыу резервтарын асыҡлау, туплау менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
Ултырышта Премьер-министр 2022 йылдың беренсе кварталында Башҡортостан Республикаһы бюджетының килем өлөшө үтәлешенә ҡыҫҡаса йомғаҡ менән таныштырҙы.
– Быйыл беренсе квартал йомғаҡтары буйынса республиканың йыйылма бюджетына 54,5 миллиард һумлыҡ килем индерелгән, былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда 16,3 миллиард һумға йәки 1,4 тапҡырға күберәк, – тине Андрей Назаров.
Ғәмәлдәге шарттарҙа ул республиканың йыйылма бюджетына керемдәрҙе мөмкин тиклем тәьмин итеү һәм туплау зарурлығын билдәләне.
Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, бюджетты булдырған төп һалымдар буйынса республиканың килем ҡеүәте 30 миллиард һумдан ашыу күләмдә баһалана. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары булған һалым түләүселәр өсөн түбән һалым ставкаһын билдәләргә тәҡдим итте. Был сара инвестиция шарттарын яҡшыртыуға, киләсәктә яңы эш урындары булдырыу иҫәбенә бюджетҡа өҫтәмә керемдәр тәьмин итеүгә булышлыҡ ҡыласаҡ.
Андрей Назаров яуаплы ведомстволарға ғәмәлдәге хәлде иҫәпкә алып, республика йыйылма бюджетының һалым һәм һалым булмаған килемен арттырыу буйынса комплекслы һәм ойоштороу саралары планына үҙгәрештәр индерергә ҡушты. Эште һөҙөмтәле башҡарыу өсөн махсус эш төркөмө төҙөлдө.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press