Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель , 16:00

Орлоҡ етәсәк!

Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы саралар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – карточкаларҙа.

Орлоҡ етәсәк!
Орлоҡ етәсәк!

Башҡортостанда сәсеү эштәрен үткәреүгә кәрәкле орлоҡ запасы бар. Уларға ихтыяж 285 мең тоннаға баһалана.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, төбәктә яҙғы сәсеү 2,1 миллион гектар майҙанды биләйәсәк. Сәсеү әйләнешенең нигеҙен иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары тәшкил итә – уларҙың орлоҡтары ла етерлек. Былтырғы ҡоролоҡ арҡаһында 14 район орлоҡ һатып алыуға төбәк бюджетынан 128 миллион һум аҡса алды.

– Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары араһында илебеҙҙә етештерелгән орлоҡтар өлөшө – 99 проценттан ашыу, көнбағыш 50 процентҡа яҡын тәшкил итә. Быйыл республика ихтыяжын илебеҙ селекцияһы сорттарын һәм гибридтарын файҙаланыу иҫәбенә ябырға мөмкин, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Шәкәр сөгөлдөрө орлоҡтары менән мәсьәлә ауырыраҡ, унда сит ил гибридтары өлөшө 95 проценттан ашып китә ине. Был йүнәлештә илдә эш алып барыла ла инде.

Дөйөм алғанда, Рәсәй ауыл хужалығы продукцияһына ҡытлыҡ булмаһын һәм уға хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймау өсөн саралар комплексын ҡабул итә.

Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы саралар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – карточкаларҙа

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в