“Беҙ альтернатив энергия сығанаҡтарын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн Өфөлә асылған Экология форумында ҡояш электр станцияһы эшләй башланы. Хәҙер ул Благовещендағы ПОЛИЭФ ойошмаһының тышҡы электр селтәре менән бер рәттән эшләй. Станцияның проект ҡеүәте 4,9 МВт тәшкил итә, тулыһынса автоматлаштырылған.
Яңы электр станцияһы ПОЛИЭФ предприятиеһын "йәшел" электр энергияһы менән тәьмин итәсәк һәм парник газдарын сығарыуҙы 1,8 процентҡа кәметергә тейеш. Бындай проект тәүге тапҡыр СИБУР холдингына ҡараған предприятиеларҙа тормошҡа ашырыла башлай. Һалынған инвестициялар күләме 250 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш һәм Ғафури райондарында алты ҡояш электр станцияһы бар.
2022 йылда Баймаҡ районында һәм Ағиҙелдә тағы ике ошондай станцияны сафҡа индерергә ниәтләнек. Был мөһим йүнәлеште үҫтереү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй”, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров электр станцияһын ебәргән мәлдә.
Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.