Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель 2022, 14:30

Төп иғтибар - төҙөкләндереүгә

Бөгөндән республика муниципалитеттары Бөтә Рәсәй конкурсына тапшырған төҙөкләндереү проекттары өсөн онлайн тауыш биреүҙә ҡатнаша.

Төп иғтибар - төҙөкләндереүгә
Төп иғтибар - төҙөкләндереүгә

Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙә сираттағы яҙма менән уртаҡлашты.

Бөгөндән республика муниципалитеттары өсөн Бөтә Рәсәй конкурсына тапшырған төҙөкләндереү проекттары өсөн онлайн тауыш биреү башлана. Сара 2022 йылдың 30 майына тиклем дауам итәсәк. Тауыш биреүҙә бар Рәсәй һәм Башҡортостан халҡы ҡатнаша ала.

Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының "Сәләм" тапшырыуындағы тура бәйләнештә һүҙ ошо хаҡта барҙы. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты тураһында күптәр белә. Муниципалитеттарҙың унда ҡатнашыуы һәм еңеүе - Башҡортостанға финанстар йәлеп итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлек ул. Шуныһы мөһим - халыҡ урындағы власть менән ҡайҙа һәм нимә төҙөкләндереүен бергә һайлай.

Башкортостандың күп кенә ҡала һәм ауылдарында һөҙөмтә бар ҙа инде. Мәҫәлән, 2022 йылда республиканан ошондай алты проект тормошҡа ашҡан. Шуларҙың береһе - Туймазыла. Ошо хаҡта тулыраҡ https://vk.com/wall-201146046_26848

Ике йыл арауығында федераль конкурста Башҡортостандан 22 проект еңеп сыҡҡан.

Был хаҡта тулыраҡ түбәндәге видеояҙмала ҡарағыҙ.

Фото:dvinanews.ru

#ЦУРБашкортостан #Салям #Сәләм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в