Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель 2022, 21:30

Завод хеҙмәткәрҙәренә - дәүләт наградалары

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров "БелЗАН" заводында булды.

Завод хеҙмәткәрҙәренә - дәүләт наградалары
Завод хеҙмәткәрҙәренә - дәүләт наградалары

Бөгөн, 12 апрелдә, Бәләбәйҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “БелЗАН” акционерҙар йәмғиәтенең машиналар эшләү предприятиеһында булды. Республика етәксеһе производствоның яңы технологиялары менән танышты, завод хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Бәләбәйҙең “Автонормаль” заводы (“Ростех” дәүләт корпорацияһына инә) – ҡалалағы иң ҙур предприятиеларҙың береһе. 1971 йылдан ул илдең автомобиль тармағы өсөн беркетеү продукцияһы етештерә. Файҙаланыусылар иҫәбендә – Рәсәйҙең “АвтоВАЗ”, “КАМАЗ”, “УАЗ”, “ГАЗ” автоетештереүселәре, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре предприятиелары. 2021 йылда “БелЗАН” акционерҙар йәмғиәте 50 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Завод менән танышыу барышында уның генераль директоры Тимур Ғәлиәхмәтов республика Башлығына коллективтың 2021 йыл йомғаҡтары буйынса 5,2 миллиард һумға нығытыу продукцияһы етештереүе хаҡында һөйләне. 2020 йыл менән сағыштырғанда, һатыуҙар 24 процентҡа артҡан. Бынан тыш, былтыр предприятие эш һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм сығымдарҙы оптималләштереү өсөн “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашҡан.

Коронавирус пандемияһы осоронда “БелЗАН” шулай уҡ республиканың йоғошло сирҙәр госпиталдәре өсөн кислород сығарыуҙы ойоштороп, республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ярҙам итте.

Радий Хәбиров беркетеү деталдәрен эшләү, уны сорттарға айырыу һәм һаҡлағыс япма һалыу буйынса заманса етештереү цехтарын ҡараны, шулай уҡ сығарылған изделиеларҙың ассортименты менән танышты.

Тимур Ғәлиәхмәтов “Автонормаль” заводында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр сәнәғәттә коррозияға ҡаршы составтар – цинк-ламель һәм цинк-никель япмаһы һалыуҙы индереүҙәрен билдәләне. Улар төрлө климат шарттарында автомобилдәрҙе файҙаланғанда изделиеларҙың хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта.

Рәсәй баҙарында заводтың позицияһын нығытыу өсөн предприятие производствоны яңыртыу буйынса инвестиция программаһын әҙерләне. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме – 1,2 миллиард һум. Заводтың акционерҙары менән һөйләшеп килешкәс, “Автонормаль” етәкселеге программаны Башҡортостандың Инвестиция комитетына тәҡдим итергә планлаштыра.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “БелЗАН” коллективын предприятиеның 50 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы, яңы етештереү уңыштары теләне һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ил Президенты Владимир Путиндың указдарына ярашлы, заводтың алдынғы хеҙмәткәрҙәре ордендарға, маҡтау грамоталарына һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

– “Автонормаль” республика сәнәғәте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Төбәк етәксеһе вазифаһында эшләй башлаған саҡта был предприятиены етерлек кимәлдә заказдар менән тәьмин итеү һәм, шуға ярашлы, уны артабан үҫтереү буйынса билдәле бер проблемалар ҙа булды. Бөгөн завод “тонус”та, яҡшы эш күрһәткестәренә эйә. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – “Ростех” дәүләт корпорацияһы предприятиеға ҙур ярҙам күрһәтә, күп кенә етештереүҙәр буйынса уның менән тығыҙ эш алып барабыҙ. Заказдарҙың ҡеүәтле портфелен, яҡшы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәткәрҙәрҙең лайыҡлы эш хаҡын тәьмин итеү өсөн бергәләп “БелЗАН”дың инвестиция программаһын тормошҡа ашыра алырбыҙ тип ышанам.

Башҡортостан Башлығы илдең һәм БДБ илдәренең машина эшләү тармағында импортты әүҙем алмаштырыу осоронда етештереүҙе яңыртыу айырыуса мөһим тип өҫтәне. Мәҫәлән, яҡын арала “БелЗАН” тауарҙарын поставкалау мөмкинлектәрен Беларусь Республикаһының “МАЗ” заводында тикшерәсәктәр.

Тантана аҙағында Радий Хәбиров Бәләбәйҙең социаль инфраструктураһы үҫешенең яҡшы динамикаһын билдәләне һәм ҡалаға уңыштар теләне.

– Муниципалитет хакимиәте менән бергә Бәләбәйҙә йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Уның урамдары, ихаталары заманса төҫ ала, ә былтыр асылған “Йырсы шишмәләр паркы” хәҙер тотош республикаға билдәле, – тине Башҡортостан Башлығы. – Планда – урамдарҙы һәм йорттарҙы тәртипкә килтереү, халыҡ өсөн заманса йәмәғәт киңлектәре булдырыу.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: