

Йыл һайын уҙғарылған Экология форумы барышында Федераль экология операторы (ФДЭП "ФГУЭ", "Росатом" дәүләт корпорацияһы предприятиеһы) һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте "Экология" милли проекты сиктәрендә төбәктә тупланған экологик зыянды бөтөрөү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Федераль экология операторы проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса генераль директорҙың беренсе урынбаҫары Максим Погодин ҡул ҡуйҙы.
— "Таҙа ил" федераль проекты сиктәрендә Федераль тәбиғәтте һаҡлау операторы Иркутск һәм Ленинград өлкәләрендә тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүсе ҙур объекттарҙы бөтөрөү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашыра. Бындай объекттар Башҡортостанда ла бар. Беҙ республикала булған экологик проблемаларҙы хәл итеү өсөн барлыҡ тәжрибәбеҙҙе ҡулланырға әҙербеҙ. Уртаҡ тырышлыҡ менән төбәктә йәшәүселәрҙең йәшәү сифатын яҡшырта алырбыҙ тип ышанам, — тине Максим Погодин.
Республика Хөкүмәте һәм Федераль экология операторы вәкилдәре тупланған зыянды бөтөрөү талап ителгән элекке "Өфөхимпром" предприятиеһын ҡарап сыҡты. Эш сәфәрендә экологик проектты тормошҡа ашырыу буйынса генераль директорҙың беренсе урынбаҫары Максим Погодин, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Сергей Греков ҡатнашты.
— Беҙ Федераль экология операторы менән хеҙмәттәшлектең яңы этабына аяҡ баҫабыҙ, — тине Сергей Греков. — Республика Башлығы һәм Премьер-министрҙың әүҙем ҡатнашлығы менән тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса күптәнге проблемаларҙы хәл итә башларға мөмкин. Бер ай самаһы элек Мәскәүҙә үткән осрашыуҙа Максим Погодин менән эш планын һәм уның Өфөгә сәфәре тураһында ентекле һөйләштек.
2004 йылда химик етештереү эше туҡтатылғас һәм предприятие ябылғас, уның территорияһында яҡынса 400 мең тонна айырыуса хәүефле ағыулы матдәләр ҡала. Ағыуланған биләмәнең дөйөм майҙаны — 142,9 гектар. Иң ҙур хәүеф 449,6 мең кубометр күләме булған шлам һаҡлағыстарҙан янай.
2021 йылда тупраҡты, һыуҙы, ерҙең аҫҡы ҡатламын лаборатор тикшереү һөҙөмтәләре буйынса бысратыусы концентрацияларҙың күп булыуы асыҡланған.
Федераль экология операторы, төҙөлгән килешеүгә ярашлы, был биләмәне хәүефһеҙләндерәсәк, таҙартасаҡ.
Белешмә:
“Өфөхимпром” 1942 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Предприятие Өфөнөң төньяҡ сәнәғәт зонаһында, Ҡариҙел йылғаһы буйында, эсәр һыу ҡабул итеү Көньяҡ инфильтрация өҫтөндә, ҡаланың торлаҡ биҫтәләренән 1,2 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
1998 йылда компания "Өфөхимпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә. Йәмғиәт етештергән төп продукция булып каустик хлор һәм сода тора; хлор-органик берләшмәләре; минераль кислоталар; эпоксид ыҫмалалары һәм ҡушылмалары; химик үҫемлектәрҙе һаҡлау продукттары һ. б.
1990 йылдың яҙында предприятиелә фенол ағып сыға, һөҙөмтә булараҡ йылғала һыу бысрана. Авария һөҙөмтәһендә завод территорияһында тупраҡ диоксиндар, хлоробензол, хлорофенолдар, полихлорлы бензолдар, нефть продукттары һәм ауыр металдар менән бысрана.
2004 йылда компания эшен туҡтата. 2010 йылдың декабренән компания банкрот тип иғлан ителде. 2017 йылда "Өфөхимпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтатты.
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.