Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Апрель 2022, 19:30

Көн тәртибендә – социаль-иҡтисади үҫеш

Төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышы булды.

Көн тәртибендә – социаль-иҡтисади үҫеш
Көн тәртибендә – социаль-иҡтисади үҫеш

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә республиканың ҡулланыусылар баҙарындағы, сәнәғәт, төҙөлөш тармаҡтарындағы хәл, шулай уҡ өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуғын тергеҙеү мәсьәләләре инде.

Төбәктең төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 2018 – 2021 йылдарҙағы һөҙөмтәләр буйынса – 6898 өлөшсөнөң, ә 2022 йылдың башынан йәнә 1042 кешенең боҙолған хоҡуғы тергеҙелгән.

Проблемалы объекттар реестрында 83 йорт иҫәпләнә, 3633 өлөшсө уларҙағы фатирын көтә. 2022 йыл башынан 23 объект реестрҙан сығарылған, тиҙҙән тағы ла ике йорт унан алынасаҡ.

Өлөшсөләрҙең хоҡуғын тергеҙеү бер нисә йүнәлештә алып барыла. Мәҫәлән, төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған 36 йортто федераль Өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау фондынан берлектә финанслау ярҙамында һалырға ниәтләйҙәр. Йәнә 20 объект буйынса компенсация түләнә. Проблемалы һигеҙ йорт федераль кимәлдә берлектә финанслауҙы көтә. Бынан тыш, республика федераль фонд ҡатнашлығынан тыш 17 йорт төҙөй.

Артем Ковшов әйтеүенсә, берлектә финанслау программаһында ҡатнашҡан йорттарҙы ҡарағанда федераль фонд белгестәре төҙөлөшкә 4,8 миллиард һум өҫтәмә аҡса бүлеү кәрәклеген асыҡлаған. Йорттарҙы ваҡытында сафҡа индереү өсөн республика ҡаҙнаһынан да 545 миллион һум аҡса талап ителә.  

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуғын тергеҙеү өсөн аҡса бүлеүҙе ҡарарға ҡушты.

– Халыҡ алдындағы йөкләмәләрҙе үтәп, проблемалы йорттарҙы билдәләнгән ваҡытта төҙөп бөтөрбөҙ, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәй Президенты Владимир Путин ошондай бурыс ҡуйҙы.

2022 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостандың төҙөлөш комплексы тотороҡло үҫешкә өлгәшкән. Ғинуар - мартта төбәктә 728,8 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был 2021 йылғы кимәлдән 4,9 процентҡа күберәк.

Санкция сикләүҙәре шарттарында федераль һәм республика кимәлендә тармаҡҡа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән байтаҡ саралар тормошҡа ашырыла. Улар яңы объекттарҙы сафҡа индереү һәм төҙөлә башлаған йорттарҙы тиҙерәк һалып бөтөү йәһәтенән төҙөүселәрҙе дәртләндереүгә, шулай уҡ халыҡ яғынан торлаҡҡа ихтыяж булдырыуға ҡағыла.

Рәсәй Үҙәк банкының төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Кашапов билдәләүенсә, проекттарҙы финанслау күләме буйынса Башҡортостан илдә 13-сө урынды биләй. Федераль кимәлдә льготалы программалар буйынса ипотека ставкаһын төшөрөү мөмкинлеген тикшерелә. Был мохтаждар өсөн торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген байтаҡҡа арттырырға тейеш.

Республиканың Төҙөүселәр ассоциацияһы рәйесе Марат Латипов банктар менән үҙ-ара эш итеүҙең ғәҙәти тәртиптә дауам итеүен, ә ҡайһы бер мәсьәләләрҙең банкирҙар менән даими осрашыуҙарҙа һәм эш кәңәшмәләрендә йылдам хәл ителеүе тураһында һөйләне.

– Төҙөлөш тармағының тотороҡло эшләүен, торлаҡтың йылдам сафҡа индерелеүен күрәбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Маҡсат – ыңғай динамиканы һаҡлап ҡалыу. Бының өсөн мөмкинлектәр һәм ресурстар бар.

Оператив штаб ултырышында шулай уҡ республиканың ҡулланыусылар баҙарындағы хәл тикшерелде. Аҙыҡ-түлекте арзанайтыу буйынса сараларҙы телгә алып, Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙыҡ-түлек запасының етерлек булыуын билдәләне.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев ведомство белгестәренең социаль әһәмиәтле тауарҙарға көн һайын мониторинг үткәреүе, продукцияға ҡытлыҡтың булмауы тураһында белдерҙе. Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев төбәк предприятиеларындағы хәл тураһында һөйләне. Республикала сәнәғәт буйынса көрсөккә ҡаршы комитет ойошторолған, уға 57 сәнәғәт ойошмаһы вәкиле ингән. Тейешле ярҙам сараларына эйә булыу өсөн төбәк предприятиеларын система барлыҡҡа килтергән компанияларҙың федераль исемлегенә индереү буйынса эш дауам итә. 45 ойошма ошо исемлеккә индерелгән дә инде.

Республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы ҙур һәм уртаса предприятиеларҙың логистика, комплектлау өлөштәре менән тәьмин итеү, һатыу юлдарын үҙгәртеү менән бәйле мәсьәләләрен өйрәнә һәм планға ярашлы хәл итә. Республика сәнәғәтселәре көрсөккә ҡаршы федераль сараларҙың өс пакеты сиктәрендә ярҙамға эйә була ала. Көрсөккә ҡаршы республика саралары пакетын киләһе аҙнала тәҡдим итеү күҙаллана.

Импортты алмаштырыу буйынса Башҡортостан предприятиелары импорттың аналогы булырлыҡ өс меңдән ашыу позициянан торған исемлек төҙөгән. Радий Хәбиров ошо йүнәлештәге эште дауам итергә һәм сәнәғәттәге хәлде контролдә тоторға ҡушты.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/151999.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/151999.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в