Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Апрель 2022, 22:30

Таусылар династияһын лайыҡлы дауам итеп...

Шамил Фазыловтың бөгөн күңеле тыныс, балалары өсөн ғорурлыҡ та кисерә: улдары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, икеһе лә эштәрендә абруйлы, ғаиләһендә өлгөлө.

Таусылар династияһын лайыҡлы дауам итеп...
Таусылар династияһын лайыҡлы дауам итеп...

Таусылар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәр Учалы районында бихисап. Атаһынан күреп уҡ юнған тигәндәй, бында атай-олатайҙарының эшен бәләкәйҙән күреп үҫкән улдары үҙҙәре үк таусы, шахтерҙар хеҙмәт династияһын дауам итергә теләк белдерә. Шамил Фазыловтың ғаиләһе лә - тап шундайҙарҙан.

Шамил Зыя улы хеҙмәт улын Серафимовка тәжрибә заводында слесарь-электр монтажлаусы булып башлай. Артабан Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлай. Артабан Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үтә. Үҙ эшенең оҫтаһы, тәжрибәле белгес 2009 йылда Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһына үрләтелә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.

Бөгөн Шамил Фазылов хаҡлы ялда. Ҡатыны Алһыу Хажинур ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләгәндәр. Тимур менән Артур ҙа, аталарының юлын дауам итеп, ҡасандыр ул эшләгән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында яуаплы урындар биләй. Әйткәндәй, Шамил Зыя улының атаһының бер туған ҡустыһы, йәғни ағаһы Илгиз Ҡасимов та ғүмер буйы ошо комбинатта хеҙмәт иткән. "Почетлы металлург" исемен алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо көндәрҙә ул вафат булған.

Тимур менән Артур икеһе лә Екатеринбург ҡалаһындағы Тау академияһын уңышлы тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайта. Тимур Шамил улы 2007 йылда хеҙмәт юлын слесарь-ремонтсы булып башлай. Бөгөн - комбинаттың автотранспорт предприятиеһында техник хеҙмәт буйынса начальник урынбаҫары. Ҡатыны Әлиә Ришат ҡыҙы ла ошонда эшләй. Әле ул декрет ялында, ике ул тәрбиәләйҙәр. Искәндәр менән Эмиль дә, бәлки, киләсәктә атай-олатайҙары кеүек таусылар династияһын дауам итер.

Артур Шамил улы хеҙмәт юлын 2009 йылда башлай, бөгөн ул - ремонт-монтаж идаралығының тауар һәм матди ҡиммәттәр буйынса контроль һәм иҫәп хеҙмәте начальнигы. Ҡатыны Алина менән Альберт исемле ул үҫтерәләр.

Шамил Фазыловтың бөгөн күңеле тыныс, балалары өсөн ғорурлыҡ та кисерә: улдары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, икеһе лә эштәрендә абруйлы, ғаиләһендә өлгөлө. Артур, ваҡыт табып, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһарға ла өлгөрә. Уның сығарған йырҙарын тамашасылар йылы ҡабул итә. 

Бына шундай матур, өлгөлө таусылар ғаиләһе йәшәй Учалыла. Ә һеҙҙең яҡта юҡмы шундай ғаиләләр, булһа, хәбәр итегеҙ - улар хаҡында ла яҙасаҡбыҙ.

Фото: Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының кадрҙар бүлеге.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: