Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Апрель , 12:30

Импортты алмаштырасаҡбыҙ!

“АртАгро” иген таҙартыу станоктары етештерә, элек улар Рәсәйгә сит илдәрҙән генә килтерелә ине.

Импортты алмаштырасаҡбыҙ!
Импортты алмаштырасаҡбыҙ!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Унда Башҡортостанда импортты алмаштыра алырлыҡ етештереүҙәр тураһында һүҙ бара.

“Башҡортостанда импорт аналогтарын тулыһынса алмаштырасаҡ агротехниканы сериялы сығара башлайҙар. Беҙҙең “Өфө” индустриаль паркының тәүге резиденты “АртАгро” компанияһы бының өсөн яңы ҡорамал һатып алды.

“АртАгро” иген таҙартыу станоктары етештерә, элек улар Рәсәйгә сит илдәрҙән генә килтерелә ине. Шулай уҡ бында Рәсәйҙә орлоҡтар өсөн берҙән-бер гравитация өҫтәлдәре производствоһы урынлашҡан. “Өфө” индустриаль паркынан станоктар Рәсәй төбәктәренә – Волгоград һәм Новосибирскиға оҙатыла ла инде. Ҡаҙағстанға ебәреү өсөн әҙерләнәләр.

Әлегә тиклем бында ошондай агротехниканың берҙән-бер данаһын сығара торғайнылар. Яңы ҡорамалды сафҡа индергәндән һуң илдә етештерелгән станоктар етештереү ағымға сығарыласаҡ.

“Өфө” индустриаль паркы резиденттарына һалым преференциялары, ташламалы ҡуртым ставкалары, инфраструктураға тиҙ инеү мөмкинлеге бирелә. Республиканың инвесторҙар өсөн булдырған шарттары яҡшы һөҙөмтәләр биреүен күрәбеҙ. Индустриаль парктарҙы, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен, махсус иҡтисади зоналарҙы үҫтереү буйынса ошо эште мотлаҡ дауам итербеҙ”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в