Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Апрель , 22:30

Тәҡдим ителгән һәр проект ҡыҙыҡлы

"Инвестиция сәғәте"ндә ниҙәр ҡаралды?

Тәҡдим ителгән һәр проект ҡыҙыҡлы
Тәҡдим ителгән һәр проект ҡыҙыҡлы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда сираттағы “Инвестиция сәғәте”н үткәрҙе. Унда сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәттәр күрһәтеүҙә яңы башланғыстар ҡаралды.

Радий Хәбиров белдереүенсә, республикабыҙҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында яҡшы бизнес-проекттарҙың үҫеш мөмкинлектәре бар.

"Төҙөкләндереү программаһы буйынса, төрлө архитектура формалары һәм ҡоролмалары менән уңышлы тәьмин итә алабыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ конкуренция нигеҙендә урындағы етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер".

Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды ҡоролмалар һатып алыу йәһәтенән 150 миллион һумлыҡ ташламалы займ алыуҙы хәстәрләйәсәк. Мәҫәлән, Федоровка районында 11 мең баш һыйыр малына иҫәпләнгән заманса ауыл хужалығы комплексы төҙөләсәк, был турала “Башкирский лимузин” агрохолдинг идарасыһы Инна Терлова һөйләне.

“Солнечный круг” компанияһы директоры Андрей Сидоркин әйтеүенсә, Өфөлә бәләкәй архитектура формалары һәм ҡала мебелдәре етештереү буйынса фабрика асыу күҙаллана.

Быға хәтлем инвестор Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында туҡталыш павильондары етештереү һәм рәтләү буйынса проект тәҡдим иткән.

Ә Ғафури районында “Тархан” йәмғиәте “Сердце Башкирии” тигән туристик проектты тормошҡа ашырырға уйлай.

"Һеҙгә “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәй яғыулыҡ-энергетика секторында әүҙем импортҡа алмаш шарттарында һеҙҙең компанияларҙың киләсәген күрәм".

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в