Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Апрель 2022, 10:30

“Көсөбөҙ – берҙәмлектә һәм берҙәм эштә”

Башҡортостан иҡтисадының яҡынса өстән бер өлөшөн сәнәғәт тәшкил итә.

“Көсөбөҙ – берҙәмлектә һәм берҙәм эштә”
“Көсөбөҙ – берҙәмлектә һәм берҙәм эштә”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Telegram каналындағы сәхифәһендә сәнәғәт етештереүе тураһында яҙып сыҡты.

“Белеүегеҙсә, былтыр Башҡортостан сәнәғәт етештереүен йылдам үҫтереүгә өлгәште, Рәсәй буйынса уртаса күрһәткесте 2,2 процентҡа үтеп китте, ә беҙҙең сәнәғәт сәйәсәте 2021 йылда илдә иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе тип танылды.

Быйыл тәүге ике айҙа йәнә яҡшы күрһәткескә өлгәштек: сәнәғәт етештереүе индексы 2021 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 112,4 процентҡа етте. Был – Хөкүмәттең иҡтисад, сәнәғәт һәм инвестиция блоктарының көйлө эше һөҙөмтәһе.

Сәнәғәт Башҡортостан иҡтисадының яҡынса өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Әлбиттә, әлеге хәл күрһәткестәрҙә сағылмай ҡалмаҫ, әммә уларҙың ныҡлы түбәнәйеүе көтөлмәй. Һуңғы йылдарҙа республика үҙенең сәнәғәт кластерын нығытып ҡына ҡалманы (шул иҫәптән импортты алмаштырыу иҫәбенә лә), шулай уҡ иҡтисадтың буласаҡ үҫеш нөктәләрен дә билдәләне. Улар санкцияларға бирешмәй, үҫештең ыңғай динамикаһын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Иғтибар үҙәгендә – баҙарҙағы шарттарға ҡарамаҫтан, ихтыяж һаҡланып ҡалған йүнәлештәр.

Төп тармаҡтарҙы һанап үтәйем:

  1. Нефть эшкәртеү һәм химия сәнәғәте. Улар әүәлгесә иҡтисадтың таянысы булып тора һәм киләһе тиҫтә йылдарҙа үҙ позицияһын һаҡлап ҡаласаҡ. Беҙҙең төбәк бензин етештереү буйынса алдынғы булып ҡала, ә бер айҙан Башҡортостан нефтенең 90 йыллығын билдәләйбеҙ.
  2. Машиналар эшләү. Беҙ транспорт етештереү күләмен арттырҙыҡ һәм автобустар, вертолеттар етештереү буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынға сыҡтыҡ. Пилотһыҙ аппараттар эшләү технологияларын ғәмәлгә индерәбеҙ. Электр транспортын етештереү ҙә тергеҙелде, баш ҡалала Өфө трамвай-троллейбус заводы сығарған троллейбустар йөрөй. Йыл аҙағына тиклем республикала йәнә ошондай 45 машина юлға сыға. Был юғары технологиялы продукцияға илдә генә түгел, тышҡы баҙарҙа ла тотороҡло ихтыяж буласаҡ.
  3. Төҙөлөш материалдары һәм йыһаз етештереү. Төҙөлөштөң сәнәғәтте, инфраструктураны, ҡатнаш өлкәләрҙе үҫтереүгә этәргес биргән көрсөккә ҡаршы һөҙөмтәле ҡоралды тәшкил итеүе тураһында яҙғайным инде. Беҙ быяла етештереү буйынса алдынғылыҡты биләйбеҙ һәм ДСП сығарыу йәһәтенән илдә икенсе урындабыҙ. Былтыр йыһаз етештереүҙе лә 1,7 тапҡырға арттырҙыҡ.
  4. Киң ҡулланылыштағы тауар – аҙыҡ-түлек, медикаменттар етештереү. Санкция шарттарында ошо мөһим йүнәлеш беҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген гарантиялай. Республика үҙен һөт, ит, шәкәр, үҫемлек майы, йәшелсә менән тәьмин итә, был беҙгә киләсәккә ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Пандемияға бәйле дарыу етештереүҙе 2,4 тапҡырға арттырҙыҡ, йәшәү өсөн мөһим препараттар запасы тупланды.

Инвестиция һәм етештереү ҡеүәһен арттырыуҙың оҙайлы алымдарын – Рәсәйҙә иң йылдам үҫкән “Алға” махсус иҡтисади зонаһын, 12 индустриаль һәм 18 технопарк ойоштороуға баҫым яһайбыҙ. Был һалым буйынса ташламалар ғына түгел, шулай уҡ эш урындары ла, фәнгә, заманса технологияларҙы ғәмәлгә индереүгә, IT-секторҙы, ҡатнаш производстволарҙы үҫтереүгә инвестиция ла, тимәк, бөтә иҡтисад өсөн синергик һөҙөмтә бирә. Был йүнәлештәр әүҙем хуплана – федераль хөкүмәт сәнәғәт секторы өсөн бер нисә саралар пакетын ҡабул итте лә инде, ә ошо көндәрҙә 146 миллиард һумлыҡ йәнә бер пакет тураһында белдерҙеләр. Төп ярҙамды урындағы етештереүселәргә күрһәтәбеҙ, сөнки бөгөнгөбөҙгә ышаныс тап уларға бәйле. Өҫтәүенә, сит ил компаниялары китеү менән уларҙың үҙ производствоһын киңәйтеү мөмкинлеге лә арта. Киләсәкте бергәләп төҙөйбөҙ – көсөбөҙ берҙәмлектә һәм берҙәм эштә”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: t.me/agnazarov/116

Сығанаҡ: t.me/agnazarov/116

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: