Иҡтисад
15 Апрель 2022, 03:43

Йәшәйеш уңайлы булырға тейеш

Республикабыҙҙағы программа – илдә иң яҡшыһы.

Айрат Нурмөхәмәтов.Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Өфөләге “ВДНХ-Экспо”ның конгресс-залында “Управдом” форумы ойошторолдо. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.

– Башҡортостанда “Управдом” форумын үткәреү традицияға әйләнде, башта ошондай форумдар республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында уҙғарылды, – тине Рәсәй Дәүләт Думаһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Павел Качкаев. – Әлбиттә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында ҡырҡыу мәсьә­ләләр бихисап, шул уҡ ваҡытта йыш ҡына төрлө аңла­шылмаусанлыҡтар ҙа килеп сыҡҡылай. Бына ошо сетерекле мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйлә­шеү, хәл итеү өсөн йыйылдыҡ та инде бында. Беҙҙең төп бурыс – был йәһәттән мөмкин хәтлем халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу, ҡатмарлы һәр мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү.

Павел Рюрикович “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыу өсөн ниҙәр талап ителеүенә асыҡлыҡ индерҙе, республикабыҙҙағы “Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм йорт милкенә капиталь ремонт” программаһының илебеҙҙә иң яҡшыһы тип танылыуы тураһында хәбәр итте.

Депутат форум алдынан “Бәй­ләнештә” социаль селтәрендә халыҡ менән бәйләнешкә ингән. Күп кешеләр бөгөн йорттағы йылытыу торбаларының эҫелегенә зарланған. Баҡтиһәң, бынан бер нисә көн элек “БашРТС” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте йәйге ремонт эштәренә әҙерлек һәм йылылыҡ селтәрҙәрендә мотлаҡ эшләнә торған һынау үткәреү хаҡында халыҡты иҫкәрткән булған. Тимәк, граждандарға иғтибарлыраҡ булыу зарур.

Павел Качкаев милексенең роле, күп фатирлы йорттарҙағы яуаплы кешеләр, йорттарға капиталь һәм йыл да үткәрелә торған ремонттар, төҙөкләндереү, идарасы ойошмалар тураһында ла тәфсирләп һөйләне.

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереү департаменты директоры Олеся Лещенко күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм хеҙмәтләндереү тәңгәлендә федераль закондарға үҙгәрештәргә айырым туҡталды.

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев әйтеүенсә, ресурстар менән тәьмин иткән ойошмалар алдында идарасы компанияларҙың бурысы сағыштырмаса ҙур ғына.

– Был йәһәттән көн дә мониторинг үткәрелә, – тине Алан Викторович. – Бурыстан бер нисек тә ҡотолоп булмай, барыбер түләргә кәрәк. Ә инде бурыстың барлыҡҡа килеүе – күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндергәндә тарифтарҙың ныҡ түбән булыуы.

Ошо проблеманы ыңғай яҡҡа хәл итеү маҡсатында Өфөлә Берҙәм идарасы ойошма төҙөү тураһында һөйләшеү булған, әммә муниципалитет әлеге Торлаҡ хужалығы идарасыһын ҡалдырыу яҡлы.

Шулай уҡ форумда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе Николай Хорошилов ҡатнашты.

 

Илдар АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас