Мәскәүҙә Рәсәй Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү институты ярҙамында Башҡортостандың Евразия иҡтисади үҙәген төҙөү буйынса эшләгән проекты тураһында фекер алышыу булды.
“Иҡтисади хәл бөгөн ҡыҫҡа ваҡытта төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә. Был проект өҫтөндә эш донъя конъюнктураһы үҙгәреш кисергәнгә тиклем башланғайны. Уны тормошҡа ашырыу төбәктәрҙәге етештереү, инвестиция, экспорт, шулай уҡ уларҙың конкуренцияға һәләтлелеге кеүек өҫтөнлөктәрҙе берләштерергә ярҙам итәсәк. Шуға күрә ошо йүнәлештәге эште тиҙләтергә ҡарар иттек”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Фекер алышыуҙа Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш һәм Сит ил эштәре министрлыҡтары вәкилдәре, ВЭБ дәүләт корпорацияһы, Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорациялары, Рәсәй экспорт үҙәге, Стратегик эшләнмәләр үҙәге, Евразия үҫеш банкы, Агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын үҫтереү федераль үҙәге, Күмәртәләп таратыу үҙәктәре милли ассоциацияһы, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Беларусь Республикаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Проект концепцияһы менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, проекттың маҡсаты – тауар етештереүҙең бөтә стадияларында өҫтәмә ҡиммәтте барлыҡҡа килтереү сылбырын формалаштырыу – сеймалдан йәки ярымфабрикаттан юғары экспорт ҡеүәте булған конкуренцияға һәләтле продуктҡа тиклем.
Проект берҙәм инвестиция контурына төбәктәрҙәге барлыҡ проекттарҙы һәм предприятиеларҙы берләштерәсәк. Импорт продукцияһын алыштырыу буйынса етештереү майҙандары һәм яңы бизнес-проекттар барлыҡҡа килеүенә булышасаҡ. Планда ҡаралғанса, ике триллион һумдан ашыу инвестиция һәм 40 меңдән күберәк яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.
Фото: Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.