Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Апрель 2022, 14:00

Кәбеҫтәне бүлеп һата башлағандар

Ә һеҙҙең тарафтарҙа кәбеҫтә күпме тора? Ҡиммәт булһа ла һатып алаһығыҙмы?

Кәбеҫтәне бүлеп һата башлағандар
Кәбеҫтәне бүлеп һата башлағандар

Республиканың бер супермаркетында килограмы 116 һум булған кәбеҫтәне икегә, дүрткә бүлеп һата башлағандар.

Йылы шарттарҙа кәбеҫтә бик үк оҙаҡ һаҡлана алмай. Хаҡы ҡапыл ныҡ артып киткәс, был йәшелсәне алыусылар кәмегән ахыры, һөҙөмтәлә сауҙа хеҙмәткәрҙәре ошо алымды һайлаған.

Әйткәндәй, һуңғы аҙнала Өфөнөң супермаркеттарында кәбеҫтә хаҡы бер ни тиклем төшә башланы. Һәр хәлдә, ул хәҙер күп урындарҙа ике-өс аҙна элеккесә 100-120 һум тормай. Мәҫәлән, 15 апрелгә ҡарата “Байрам” сауҙа селтәрендә был йәшелсәнең килограмы – 86 һум, “Пятерочка”ла – 96, “Перекресток”та 84 һумға һатыла ине. Серетеп түккәнсе, йәки бүлгесләп һатып аптыранғансы, хаҡын төшөрөү иң яҡшы алымдыр, моғайын. Һәр хәлдә, һатып алыусылар өсөн шулай. Ә һеҙҙең тарафтарҙа кәбеҫтә күпме тора? Ҡиммәт булһа ла һатып алаһығыҙмы, әллә кәбеҫтәһеҙ ҙә йәшәп була, тип һанайһығыҙмы? 

Редакциянан: сауҙа нөктәләренең атамалары һәм хаҡтар реклама маҡсатында бирелмәне.

Фото: vk.com/tandari 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: