Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфө буйлап эш сәфәре барышында сәнәғәт предприятиеларын, төҙөкләндереү объекттарын, спорт ҡоролмаларын ҡараны, шулай уҡ ҡаланы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Баш ҡаланың Октябрь районында Башҡортостан Башлығы “Башкирские самоцветы” компанияһы майҙанында булды. Предприятие йәмәғәт киңлектәре, төрлө архитектура объекттары, биналар өсөн таштан изделиелар проектлау, әҙерләү, монтажлау менән шөғөлләнә. Атап әйткәндә, белгестәр Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле өсөн колоннада проектын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләй. 13 метр бейеклегендәге был ҡоролма Совет майҙанында урынлаштырыласаҡ.
Билдәле булыуынса, һәйкәл проекты республика рәссамдары һәм скульпторҙары тәҡдиме менән тулыландырылды, ат статуяһынан ике яҡлап колоннада өҫтәлде. Проекттың авторҙашы, архитектор Константин Донгузов аңлатыуынса, Совет майҙаны өсөн бөтәһе 4,9 метр бейеклегендә 24 гранит колонна әҙерләнә. Ташты Учалы районындағы Мансур ятҡылығынан алғандар. Майҙа колоннада ҡуйыла башлаясаҡ.
Радий Хәбиров төҙөүселәргә уңыштар теләне һәм Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлде асыуҙың 2022 йылдың 11 октябренә планлаштырылғанын иҫкә төшөрҙө.
– Барлыҡ скульптура композицияһының - проекттан алып материалға тиклем - Башҡортостандан булыуы бик яҡшы. Һәйкәлдең авторы – танылған скульпторыбыҙ Салауат Щербаков. Ә бындай шәп ташты Башҡортостандың Урал аръяғынан килтерҙеләр, – тип билдәләне республика етәксеһе.
Аҙаҡ Радий Хәбиров Рихард Зорге урамындағы 30-сы йорт подъездарындағы ремонт барышы менән танышты, ниндәй материалдар ҡулланылыуы, эште ҡасан тамамлауҙары менән ҡыҙыҡһынды. Осрашыу барышында бында йәшәүселәр ҡыйыҡты капиталь ремонтлауҙа ярҙам итеүҙе һораны. Улар ямғыр ваҡытында фатирҙарға һыу үтеүен әйтте. Башҡортостан Башлығы Төбәк операторы етәксеһенә ҡыйыҡты капиталь ремонтлауҙы быйылға планлаштырырға ҡушты. Йорттоң фасады ла яңыртыуҙы талап итә. Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевкә йортта йәшәүселәр менән кәңәшләшеп, мәсьәләне яйға һалырға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.