Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Өфө буйлап төрлө предприятиеларҙа, спорт ҡоролмаларында булды, аҙаҡ ҡаланы социаль- иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.
Радий Хәбиров заманса япмалы “Астра Арена” боҙ майҙанында булды. Ул – Башҡортостанда шәхси инвестицияларға төҙөлгән беренсе проект. Башланғысҡа юл һалыусыһы – республиканың атҡаҙанған төҙөүсеһе Венер Ғимаҙетдинов. Ул Башҡортостан етәксеһенә ошо майҙан базаһында май айында “Астра” балалар хоккей мәктәбе асыуҙы планлаштырыуҙарын һөйләне. Арена рәсми рәүештә 16 майҙа асылырға тейеш.
Радий Хәбиров Рихард Зорге урамындағы 34-се, 36-сы, 40-сы, 40/1-се йорттар һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 2-се йорт менән сикләнгән торлаҡ кварталында “Башҡорт ихаталары” программаһының үтәлеше менән танышты. Бында йәшәүселәр Радий Хәбировҡа ошо программа өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар күрше ихаталарҙы төҙөкләндереү барышында тағы бер спорт майҙаны ҡуйыуҙы һораны. Республика етәксеһе Совет районы хакимиәте башлығына халыҡтың теләген иҫәпкә алырға ҡушты.
– Быйыл беҙ ҡала юбилейына ҡарата Өфө ихаталарын төҙөкләндереүгә иғтибарҙы арттырҙыҡ. Тәртип булдырасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Нефтехимиктарҙың Мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүгә тәүге этапта 400 миллион һум аҡса бүленәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы халыҡ менән осрашҡанда. Өфөнөң 400 йыллығына әҙерлек барышында 10,5 гектар майҙанды яңыртыу ҡарала. ”Генпроект” йәмғиәтенең баш архитекторы Лариса Степанова әйтеүенсә, халыҡтың тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, паркта балалар, спорт, йөрөү зоналары, хатта эттәрҙе йөрөтөү урындары булдырыласаҡ. Белгестәр биләмәне төҙөкләндереүгә, ағастар, ҡыуаҡлыҡтар ултыртыуға иғтибар бүләсәк. Бында балалар экология-биология үҙәге асыласаҡ. Планда – ҡышҡы теплица, шахмат клубы, дарыухана баҡсаһы булдырыу. Өфөләр паркты төҙөкләндереү проектын хупланы.
– Һуңғы йылдарҙа Черниковкаға ҙур иғтибар бирә башланыҡ, урамдарҙы, ихаталарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. “Беренсе Май” паркы яңырҙы, хәҙер сират - нефтехимиктарҙың Мәҙәниәт һәм ял паркына. “Победа” кинотеатры балалар сәнғәт мәктәбе булараҡ эшләй башлаясаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Үҙенең 450 йыллығына баш ҡала яңырыу кисерәсәк.
Эш сәфәре барышында үткән күсмә кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь комплексты яңыртыу, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, транспорт эшен яйға һалыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Аҙаҡ Радий Хәбиров “Өфө” һәм ЦСКА клубтары араһындағы футбол матчын ҡараны. Уйын 1:1 иҫәбе менән тамамланды. Республика етәксеһе футболды үҫтереү буйынса пландарҙың үҙгәрмәүен белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.