

Башҡортостан етәкселәре республикала төҙөләсәк “Евразия иҡтисад үҙәге” инвестиция проекттары берләшеүенән алынасаҡ синергетик тәьҫирҙе ике триллион һумға баһалай, тип әйтелә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.
“Проект берҙәм инвестиция контурына Рәсәй төбәктәрендәге барлыҡ проекттарҙы, предприятиеларҙы берләштерәсәк, шулай уҡ импорт продукцияһын алыштырыу буйынса төҙөлөш һәм яңы бизнес-проекттар барлыҡҡа килеүенә булышасаҡ. Был ахыр сиктә ике триллион һумдан ашыу инвестиция һәм 40 меңдән күберәк яңы эш урыны, 300 миллиард һумлыҡ һалым түләүҙәре менән синергетик һөҙөмтә бирәсәк”, – тиелә хәбәрҙә.
Матбуғат релизында әйтелеүенсә, “Евразия иҡтисад үҙәге” проектын донъя конъюнктураһы үҙгәреш кисергәнгә тиклем эшләй башлағандар. Хәҙерге ваҡыттағы иҡтисади хәл төбәк-ара хеҙмәттәшлекте ҡыҫҡа ваҡытта үҙгәртеп ҡороуҙы талап итә.
“Был механизмды тормошҡа ашырыу төбәктәрҙәге етештереү, инвестиция, экспорт йүнәлештәрен, шулай уҡ уларҙың конкуренцияға һәләтлелеге кеүек өҫтөнлөктәрҙе унда ҡатнашыусыларҙың конкуренцияға һәләтлелеген берләштерергә ярҙам итәсәк. Шуға күрә ошо йүнәлештәге эште тиҙләтергә ҡарар иттек”, – тип матбуғат хеҙмәте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың һүҙҙәрен килтергән.
Проектта ҡатнашыу буйынса сит ил партнерҙары менән килешеүҙәр бар.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, шуға ярашлы меморандум Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡаҙағстандың Сауҙа һәм интеграция министрлығы араһында төҙөлгән. Шулай уҡ проектта ҡатнашырға Үзбәкстан вәкилдәре ҡыҙыҡһыныу белдергән.
Маҡсат – тауар етештереүҙең бөтә стадияларында өҫтәмә ҡиммәтте барлыҡҡа килтереү сылбырын формалаштырыу – сеймалдан йәки ярымфабрикаттан юғары экспорт ҡеүәте булған конкуренцияға һәләтле продуктҡа тиклем. Комплекслы инвестиция проекты үҙ эсенә Волга - Урал макротөбәге һәм күрше төбәктәрҙең 500-ҙән ашыу эре инвестиция проектын ала. ”Евразия иҡтисад үҙәге” эшендә “Заманса төҙөлөш корпорацияһы” эшмәкәрлегенә таяныуҙы ла планлаштыра. Республика Өфөлә бер нисә ай эсендә йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөп, был алгоритмдарҙы һынаны.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.