Иҡтисад
18 Апрель 2022, 17:15

Был кластер Рәсәйҙә беренсе

"Күптәрҙә, Башҡортостан тиһәң, нефть һәм газ күҙ алдына килә. Беҙ республикала иҡтисадтың башҡа өлкәләре лә үҫешһен өсөн эшләйбеҙ".

Был кластер Рәсәйҙә беренсеБыл кластер Рәсәйҙә беренсе
Был кластер Рәсәйҙә беренсе

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров Башҡортостанда тәүге мебель сәнәғәт кластерын булдырыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

– Уның Рәсәйҙә тәүге мебель кластеры булыуы бик ҡыуаныслы, – тине Радий Хәбиров. – Күптәрҙә Башҡортостан тиһәң, нефть һәм газ күҙ алдына килә. Беҙ республикала иҡтисадтың башҡа өлкәләре лә үҫешһен өсөн эшләйбеҙ. Был кластер федераль статусҡа эйә, йәғни бөтә Волга буйы федераль округында эшләй. Беҙгә башҡа төбәктәрҙән коллегалар ҙа ҡушыла, һәм был бик яҡшы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мебель кластеры Туймазының “Корона” компанияһы базаһында ойошторолдо. Ул йомшаҡ мебель, фурнитура һәм уны әҙерләү өсөн комплектлаусы 11 предприятиены берләштерҙе. Шулай уҡ проектта ҡатнашыусылар иҫәбенә Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы, “ПромҮҙәк” технопаркы, Өфө урман техникумы инде.

Кластер булдырыу дәүләт ярҙамы сараларын алыуға дәғүә итергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шулай уҡ ул башҡа тармаҡтарҙа ла кластерҙар булдырыу буйынса эште дауам итергә кәрәклеген әйтте.

 – Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы эшебеҙҙе хупланы һәм федераль кимәлдә мебель кластерын теркәне, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер сиратта - электрон кластер. Әгәр уны булдырһаҡ, сәнәғәт өсөн юғары математика буласаҡ.

Туймазылағы “Корона” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһы етәксеһе Рәмил Мәмлиев видеоконференция бәйләнеше режимында кластерҙа ҡатнашыусыларҙың бөтә план күрһәткестәрен үтәүен хәбәр итте. Был проектҡа ҡушылырға ниәтләгән яңы компаниялар ҙа бар. Ул республика етәкселегенә ҙур ойоштороу эштәре һәм мебель тармағына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас