Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Апрель 2022, 11:00

Бындағы тығындар халыҡтың үҙәгенә үткән

Киләһе биш йылда был биҫтәлә 35-40 меңдән ашыу кеше йәшәр тип көтөлә.

Бындағы тығындар халыҡтың үҙәгенә үткән
Бындағы тығындар халыҡтың үҙәгенә үткән

Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы Зинин ауылы янында транспорт айырсаһы төҙөлә. Ҙур төҙөлөш тиккә генә барлыҡҡа килмәне, сөнки был урында даими рәүештә бер нисә километрға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә.

Ошо Октябрь районының Нуғай ауылында ғына 5 200 шәхси йорт иҫәпләнә. Киләсәктә ауылдың төньяғында халыҡҡа тағы ла 6 000 ер участкаһы биреү күҙ уңында тотола. Үҙ сиратында, киләһе биш йылда был биҫтәлә 35-40 меңдән ашыу кеше йәшәр тип көтөлә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо юл тураһында яҙып сыҡты.

"Беҙ баш ҡалабыҙҙа транспорт тәьминәте тәңгәлендәге проблеманы яйлап хәл итәбеҙ, – тигән Радий Фәрит улы. – Ағиҙел йылғаһы аша күперҙе тапшырҙыҡ, аркалы күпергә ремонт башланды. Зинин ауылы янындағы тимер юлы аша юл үткәргесендәге эш менән мәшғүлбеҙ, ул халыҡ телендә Нуғай юлы тип йөрөтөлә. Бындағы тығындар тураһында йыш мөрәжәғәт итәләр. Әле юлсылар таяуҙарҙы урынлаштырған, һыу аға торған улаҡтарҙы эшләгән, тимер юлында ла эштәр бара. Был юл үткәргесе беҙгә ныҡ кәрәк, – тигән республика Башлығы. – Нуғай йылдам үҫешә, ә беҙ уға ҡарағанда ла шәберәк эшләйбеҙ. Төҙөлөш һәр ваҡыт уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра – аҙ ғына сабыр итегеҙ. Бөтәгеҙгә лә уңышлы эш аҙнаһы теләйем!"  

Ошондағы тимер юлы аша тәүлегенә генә 50 мең автомобиль үтә икән. Әле Нуғай һәм башҡа ауыл кешеләре тик ошо юлдан йөрөй. Шуға күрә лә кискеһен эштән ҡайтыусылар был урында 50-60 минут ваҡытын юғалта.

2021 йылда бында төҙөлөш башланғайны. Генераль подрядсыһы – “Уралмостострой” йәмғиәтенең “30-сы мостоотряд”ы.  Бөгөнгә бында эш йылдам бара, юл айырсаһының дүрт таяуы ҡағылған да инде, шулай уҡ ике һыҙатлы юлды һалыу ҙа дауам итә. Әлегә дөйөм күләмдең 30 проценты тамамланған. Һыу торбалары һалына, ул 96 метр тәшкил итә, “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтенә ҡараған тимер юлы аша юл төҙөлә. Киләһе аҙнала ла эштәр ҡыҙыу барасаҡ.

Фото: “Бәйләнештә” төркөмөнән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: