Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Апрель , 21:00

"Өфө" аэропорты эшһеҙ ҡалмаҫ

!Аэродромды үҫтереүҙе магистраль инфраструктураны яңыртыу һәм киңәйтеү комплекслы планына индереү өҫтөндә бергәләп эшләйәсәкбеҙ!/

"Өфө" аэропорты эшһеҙ ҡалмаҫ
"Өфө" аэропорты эшһеҙ ҡалмаҫ

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Өфө” аэропортының ағымдағы иҡтисади хәле тикшерелде. Доклад менән предприятиеның генераль директоры Александр Андреев сығыш яһаны. Халыҡ-ара санкциялар һәм сикләүҙәр шарттарында аэропорттың эше еңел бармай. Улар пассажирҙар һанының кәмеүен көтә. Бының буйынса улар өс сценарийға әҙерләнә.

– Пассажирҙар ағымының һәм шуға ярашлы килемдең 15 процентҡа кәмеүе төп сценарий булып тора. Ул ғәмәлгә ашырылғанда, 2022 йылда пассажирҙар һаны 3,4 миллион кеше тәшкил итәсәк, ә табыш күләме – 2,6 миллиард һум, был стандарт күрһәткестәрҙән 350 миллион һумға кәмерәк. Оптимистик вариант пассажирҙар ағымын 10 процентҡа кәметеүҙе күҙ уңында тота, ә ваҡиғалар насар үҫешкән осраҡта, пассажирҙар ағымының 25 процентҡа кәмеүе ихтимал, – тине ул.

Шул уҡ ваҡытта Александр Андреев билдәләүенсә, мартта “Өфө” аэропортында пассажирҙар ағымы ни бары ете процентҡа кәмегән, был Рәсәйҙә халыҡ-ара рейстарҙың 60 проценттан ашыуға кәмеүенә бәйле.

Александр Андреев 2022 йылдың беренсе кварталында пассажирҙар һанының бынан алдағы осор күрһәткестәренән күпкә артыуын билдәләне.

– 2022 йылдың ошо осоронда дөйөм пассажирҙар ағымы 826 мең кеше тәшкил иткән, был уҙған йылдағы күрһәткестән 23 процентҡа күберәк. Тәүге ике айҙа беҙ ярайһы алда барҙыҡ, эске рейстарҙа пассажирҙарҙың 85 проценттан ашыуы хеҙмәтләндерелде. Был аҙнала миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерәсәкбеҙ, был да былтырғы күрһәткестәрҙән алдараҡ була, – тине ул.

Шул уҡ ваҡытта аэропорт пассажирҙар ағымын эске туризм үҫешенә әҙерләй.

– Бөгөн беҙҙең маршрут селтәренең төп эше – халыҡ-ара курорттар рейстарын Рәсәйҙекенә алмаштырыу. Сочи, Симферополь, Анапа, Минераль Һыуҙар һәм Геленджик аэропорттарына көн һайын ун рейс башҡарыу күҙаллана. Төбәк авиаосоштар программаһы 15 йүнәлештән тора һәм башлыса ватан һауа судноларында башҡарыла. Мәскәү йүнәлешендә йәй көнө – кәмендә 12, Санкт-Петербургка көнөнә дүрт рейс башҡарыласаҡ, – тине директор.

Александр Андреев әйтеүенсә, халыҡ-ара авиаосоштар өлөшө дөйөм осоштар күләменән 10 процент самаһы тәшкил итә. Бында Антальяға, Дубайға, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм Евразия иҡтисади союзы төбәктәре – Баҡы, Дүшәнбе, Ереван, Ташкентҡа һәм башҡа йүнәлештәргә бар.

– “Өфө” халыҡ-ара аэропорты – беҙҙең етди активыбыҙ, уның менән ғорурланырға ныҡлы нигеҙ бар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең аэропорт – Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе. Кәйефегеҙ оҡшай, хәлде тоторға, кешеләргә һаҡсыл ҡарарға кәрәк. Беҙ, әлбиттә, үҙ яғыбыҙҙан ярҙам итербеҙ. Аэродромды үҫтереүҙе магистраль инфраструктураны яңыртыу һәм киңәйтеү комплекслы планына индереү өҫтөндә бергәләп эшләйәсәкбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән аэропортты Өфөнөң юбилейына архитектура йәһәтенән яңыртыуҙы тамамлау тураһында һөйләшеп килештек. Әлбиттә, ҡунаҡхана кәрәк, хәҙер билдәле бер ауырлыҡтар булыуын аңлайым, ләкин инвесторҙарыбыҙҙы ҡунаҡхана төҙөргә этәрергә кәрәк.

Кәңәшмә барышында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Радий Хәбиров аэропорттың генераль директоры Александр Андреевҡа Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.

Фото: sky-hope.liveqournal.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в