Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Апрель , 16:30

Иҡтисад ярҙамһыҙ ҡалмай

Республика Хөкүмәте санкция баҫымы шарттарында иҡтисадтың үҫешен тәьмин итеү буйынса тәү сираттағы эш планын әҙерләгән.

Иҡтисад ярҙамһыҙ ҡалмай
Иҡтисад ярҙамһыҙ ҡалмай

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Премьер-министр Андрей Назаров сығыш яһаны. Ул белдереүенсә, республика Хөкүмәте санкция баҫымы шарттарында иҡтисадтың үҫешен тәьмин итеү буйынса тәү сираттағы эш планын әҙерләгән.

– Уны әҙерләгәндә беҙ эшлекле берекмәләр, банк структуралары һәм төп предприятиелар менән ентекле консультациялар үткәрҙек. Өс федераль пакеттың көрсөккә ҡаршы сараларын иҫәпкә алдыҡ. Өҫтәмә рәүештә иң яҡшы төбәк һәм донъя тәжрибәләрен анализланыҡ. Дөйөм алғанда, бизнестың көнүҙәк проблемаларын һәм ағымдағы хәлдең үҙенсәлектәрен хәл итеү буйынса тәҡдимдәрҙе мөмкин тиклем иҫәпкә алырға тырыштыҡ, – тине Андрей Назаров.

Бюджет ресурстарын һаҡлау һәм ҡабаттан бүлеүҙе иҫәпкә алып, "План 143" ярҙам сараһын үҙ эсенә ала. Шуларҙан 56-һы ойоштороу характерындағы сара һәм 55 миллиард һумға яҡын суммаға 87 финанс сараһы. 87 финанс сараһына ҡағылып, уларға 53,3 миллиард һумлыҡ тура финанс ярҙам күләме менән 77 сара инә.

Атап әйткәндә, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн бер миллиард һумдан ашыулыҡ 14 сара ҡаралған, сәнәғәт секторына һәм тотош система булдырыусы предприятиеларға ярҙам саралары өс миллиард һумдан ашыулыҡ 20-нән күберәк сараны күҙ уңында тота.

Айырым саралар комплексы экспортты диверсификациялауға һәм Рәсәйҙең донъя иҡтисадына интеграцияһын сикләүгә ҡаршы көрәш сараларына йүнәлтелгән. Бында һүҙ тауар ташыуға, халыҡ-ара сертификалауға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, яҡынса 500 миллион һумға импорт комплектлаусы әйберҙәр һәм ҡорамалдар һатып алыуға логистик сығымдарҙы компенсациялау хаҡында бара.

Ташыусыларға һәм, дөйөм алғанда, туриндустрияға санкция баҫымын иҫәпкә алып, республиканың туристик тармағы өсөн 830 миллион һумға ташламалар ҡаралған.

Ярҙам итеү сараларының иң ҙур күләме иҡтисадтың торлаҡ-төҙөлөш секторы өлкәһенә йүнәлтелгән – 30 миллиард һумдан ашыу.  Шул иҫәптән: граждандарҙың айырым категорияларына ДОМ.РФ менән берлектә льготалы ипотека кредитлауы программаларын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ өлөшсөләр өсөн торлаҡ төҙөүгә финанс ресурстар (545 миллион һум) бүлеү һәм башҡалар күҙаллана.

Бынан тыш, ике миллиард һум самаһы күләмендә табыш килтермәгән 10 һалым ташламаһы ҡаралған.

– Шуға баҫым яһайым, был беренсе пакет ҡына. Артабан, хәлдең үҫешенә ҡарап, уны тиҙ арала тулыландырасаҡбыҙ. Ошо этапта Башҡортостан Республикаһы Башлығының тейешле бойороғо проекты әҙерләнгән. Уны тиҙҙән раҫлауға тәҡдим итәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, көрсөккә ҡаршы план төбәк вәкәләттәре юҫығынан федераль сараларҙы комплекслы тулыландыра.

Фото: tnv.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в