Башҡортостанда ҡатмарлы ауыл хужалығы машиналарын етештергән шәп предприятие бар. “БашАгроМаш” заводы Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан. Ул “Сулпан” үҙйөрөшлө бесән сапҡыстар эшләү менән дан тота.
Ошо предприятие базаһында 150-нән ашыу төр ауыл хужалығы техникаһы етештерелә. Бер йыл эсендә генә завод 80 берәмек төп продукция һәм бер меңдән ашыу арба эшләгән. Әйткәндәй, был техникалар сит илдекенән һис тә кәм түгел. Шул иғтибарға лайыҡ, импортҡа алмаш талап ителеүе үҫешкә килтерә.
Предприятие Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында аккредитация үткән, федераль субсидиялар ала. Киләсәктә иһә өр-яңы төр һәм модель ауыл хужалығы машиналары етештереп, тауар сифатын яҡшыртып, эш күләмен арттырмаҡсылар.
2020 йылда “БашАгроМаш” йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Баһауетдинов “Инвестсәғәт”тә ҡатнашҡайны. Унда заводтың матди-техник үҫеше, ауыл хужалығы техникаһын етештереү күләмен арттырыу һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде. Ошо саранан һуң предприятие республикабыҙҙың Сәнәғәт үҫеше фондынан займ алды. Ул агросәнәғәт комплексын техник яҡтан үҙгәртеп ҡороу республика программаһы сиктәрендә етештереүҙе үҫтереүгә йүнәлтеләсәк, станоктарҙы һәм технологик ҡорамалдарҙы алғанда сығымдарҙың бер ни тиклеме ҡапланасаҡ.
2021 йылда был завод етештереү күләмен өс тапҡырға арттырҙы. Бөгөн бында 120 кеше эшләй. Былтыр предприятиела яңы цех барлыҡҡа килде.
Фото: bashagromash.ru.