Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Апрель 2022, 22:45

Сауҙа өлкәһендәге проекттар ярҙам аласаҡ

Һаҡлау, эшкәртеү һәм логистиканы үҙ эсенә алған күмәртә-бүлеү үҙәктәре төҙөү – сауҙаны үҫтереү драйверҙарының береһе.

Сауҙа өлкәһендәге проекттар ярҙам аласаҡ
Сауҙа өлкәһендәге проекттар ярҙам аласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә сығыш яһап, иҡтисадҡа ярҙам итеү саралары тураһында һөйләне.

– Сауҙа өлкәһендәге инвестиция проекттары өсөн дәүләт ярҙамы сараларын алыу мөмкинлеген киңәйтәбеҙ. Атап әйткәндә, күмәртә-бүлеү үҙәктәренә ҡарата өҫтөнлөклө инвестиция проекттары инструменттарын арттырабыҙ, – тип билдәләне ул.

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аңлатыуынса, күмәртә-бүлеү үҙәктәре һәм күмәртәләп һатыу баҙарҙары төҙөү буйынса проекттарға инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында был йүнәлештәрҙе өҫтөнлөклө итеү планлаштырыла. Һаҡлау, эшкәртеү һәм логистиканы үҙ эсенә алған күмәртә-бүлеү үҙәктәре төҙөү – сауҙаны үҫтереү драйверҙарының береһе.

Был төбәк ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең (тәү сиратта бәләкәй һәм урта формалағы) заманса агрологистик инфраструктураға ҡаршылыҡһыҙ инеүенә булышлыҡ итәсәк. Унан да бигерәк, фермерҙарыбыҙға тәү сиратта республикала үҫтерелгән йәки етештерелгән продукцияһын һатыу географияһын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

– Был күмәртә-бүлеү үҙәктәре һәм күмәртә баҙарҙары төҙөү буйынса проекттарҙы ғәмәлгә ашырған инвесторҙарға өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыусы инвесторҙар өсөн республикала ҡаралған бөтә ярҙам сараларына инеү мөмкинлеген бирәсәк. Бынан тыш, күмәртә-бүлеү үҙәктәренең идара итеүсе компаниялары ғәмәлдәге кредиттар буйынса процент ставкаларын компенсациялауға субсидиялар алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, – тип билдәләне Алексей Гусев.

Фото: mcx.gov.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: