Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель 2022, 13:56

Алты сутый ғына тимәгеҙ

Баҡсасыларға ярҙам күрһәтеү, “йәшел ут” биреү – көн талабы.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

“СМАРТ-баҡсасы” баҡсасыларының беренсе форумы бик йәнле башланып китте. “Торатау” конгресс-холы алдында питомниктар, фәнни учреждениелар, орлоҡсолар һәм шәхси хужалыҡтар ойошторған күргәҙмә эшләне. Бында үҫентеләр һәм орлоҡтар һатып алыу мөмкинлеге булды. Артабан сара Конгресс-холл бинаһында дауам итте. 500-ҙән ашыу делегат йыйылған форумда баҡсасыларҙы борсоған мәсьәләләр тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү барҙы.

Баҡсасыларҙы Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Баҡсасылар союзы етәксеһе Олег Валенчук сәләмләне. Артабан һүҙҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алды.

– Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә быйыл республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һум аҡса бүленгән. Шуларҙың 50 миллион һумы электр энергияһы менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеүгә, 50 миллион һум юл инфраструк­тураһына йүнәлтеләсәк. Ғәмәлдәге трансформаторҙар һәм электр сымдары хәҙерге заман талаптарына тап килмәй. Уларҙың күбеһе бөтөнләй туҙған. Селтәрҙәрҙе даими хеҙмәт­ләндереү, капиталь ремонтлау, реконструкциялау йәки алмаштырыу талап ителә. Баҡсасылыҡ ширҡәттәренең тағы бер күҙгә ташланған проблемаһы – юл инфраструктураһы. Баҡсасылыҡ берләшмәләренә инеү юлдарының дөйөм оҙонлоғо 1600 километр тәшкил итә. Хужалары асыҡланған 30 километр инеү юлдарын ремонтлау өсөн быйыл 50 миллион һум бүләбеҙ. Был 77 баҡса берекмәһенә инеү урындарын йыһазландырырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн республикала баҡсасыларҙан торған ғәйәт ҙур армия, 1500-гә яҡын берекмә эшләй. Республиканың 500 мең кешеһенең йәйге баҡса участкалары бар.

Ике йыл элек “Граждандарҙың баҡсасылыҡ алып барыуы тураһында” республика законы ҡабул ителде, шулай уҡ дәүләт органдары вәкилдәренән һәм ҡыҙыҡһынған ойошмаларҙан ведомство-ара эшсе төркөм булды­рылған. Баҡса ширҡәттәре булған барлыҡ муниципалитеттарҙа ла шундай уҡ ведомство ойошторолған.

Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәренә баҡсасылар үҙ участкаларында үҫтергән аҙыҡ-түлекте һатыу өсөн баҙарҙар булдырырға ҡушты.

– Үҫтергәндәрен үҙ ҡулдары менән һатҡан өләсәйҙәребеҙҙе ҡыуып йөрөтөргә түгел, киреһенсә, уларға шарттар тыуҙырырға, сауҙа урындарын йыһазландырырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Дәүләт Думаһы депутаты, “Рәсәй баҡсасылары союзы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Олег Валенчук билдәләүенсә, федераль кимәлдә лә шундай уҡ саралар күрелә.

– Башҡортостанды баҡсасылар ширҡәттәренең эшен көйләү буйынса пилот төбәк итеп алыуыбыҙ юҡҡа түгел. Бында эҙмә-эҙлекле эш алып барыла, уның һөҙөмтәһен дә асыҡ күрәбеҙ, – тине депутат.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев форумға юғары баһа бирҙе.

– Бөгөнгө йыйын баҡсасылыҡты үҫтереүгә ҙур этәргес бирер тип ышанам, – тине Константин Борисович. – Финанс көрсөгө шарттарында бығаса сит илдән алынған тауарҙарҙы үҙебеҙҙә етештерелгәнгә алмаштырыу мәсьә­ләһе ҡалҡты. Баҡсасыларға ярҙам күрһәтеү, “йәшел ут” биреү – көн талабы. Халыҡ үҙ мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланһын өсөн уңайлы шарттар булдырылырға тейеш.

Рәсәй Баҡсасылар союзының төбәк бүлексәһе етәксеһе Ринат Миһра­новтың сығышы барыһының да күңеленә хуш килде:

– Баҡсасыларҙы берләштергән йәмәғәт ойошмалары ла, коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәр ҙә бихисап. Уларҙы бергә туплау һәм бер маҡсатҡа ойоштороу кәрәк. Шул саҡта эштең һөҙөмтәһе күренәсәк, һәм берләшеү күп кенә мәсьәләләрҙе яйға һалырға ярҙам итәсәк.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә былтыр 14 миллионға яҡын баҡсасылыҡ участкаһы һәм дачалар иҫәпләнгән. Уларҙың дөйөм майҙаны – 1,2 миллион гектар. Эйе, Рәсәй халҡы борондан баҡсасылыҡ менән әүҙем шөғөлләнә. Ни генә тимә, үҙең үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә экологик яҡтан таҙа. Икенсенән, баҡсала ер эше менән булыу күптәрҙең йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән. Әйткәндәй, ватандаш­тарыбыҙ иҡтисади көрсөк менән бер бөгөн генә осрашмай. Ауыр дәүерҙәрҙе йыш ҡына тап баҡсанан алынған уңыш арҡаһында йырып сығабыҙ.

Баҡсасылар – илдең иҡтисади һәм социаль яҡтан иң әүҙем ҡатламы, сөнки был кешеләр үҙ хеҙмәте менән ғаиләләрен туйындыра, артҡан уңышын баҙарға сығарып һатып, сауҙа әйләнешенә үҙ өлөшөн индерә, йәшәгән ерҙәрен дә матурлай. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, илдә картуфтың – 79,6, емеш-еләктең – 90, йәшелсәнең 70,8 проценты баҡсасылар тарафынан етештерелә. Был һандар артында баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән ғаиләнең тотороҡлолоғо ята түгелме?

Гөлиә МАННАНОВА, Стәрлета­маҡ емеш-еләк питомнигы директоры:

– Баҡсасылар йыйындарына гел теләп киләбеҙ, сөнки тап ошонда фекерҙәштәр менән осрашып, тәжрибә уртаҡлашып алырға була. Һуңғы йылдарҙа халыҡ баҡсаға, емеш-еләк, йәшелсә ултыртыуға ҙур иғтибар бүлә. Экологик яҡтан таҙа, үҙ ҡулың менән үҫтерелгән аҙыҡҡа бер нәмә лә етмәүенә инанғандар күбәйҙе. Әле баҡсасыларҙың ҡыҙыу миҙгеле башланып тора. Шуға үҫенте алырға теләүселәрҙе иҫкәрт­кем килә: юл буйҙарында һатыу иткән кешеләрҙән үҫенте алмаһын­дар, республикала эшләгән питомник­тарға мөрәжәғәт итһендәр ине. Сөнки йылы яҡтан килтерелгән, беҙҙә берегеп китмәйәсәк ағастарҙы күпләп һаталар. Алданып ҡуймағыҙ

 

Рәдиф ӘХСӘНОВ, Краснокама районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урын­баҫары:

– Форум түңәрәк өҫтәлдәре менән ҡыҙыҡлы. Хоҡуҡи аспекттар һәм көнкүреш инфраструктураны яҡ­шыр­тыу мәсьәләләре ҡыҙыҡһын­дыра. Районда 16 баҡсасы ширҡәте бар. Һуңғы йылдарҙа район хакимиәте улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк, беҙҙең район баҡсасыларын да юл, транспорт, электр сымдарының иҫкереүе, һыу менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр борсой. Яйлап ошо ауырлыҡтарҙы хәл итергә тырыша­быҙ. Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров бик дөрөҫ фекер әйтте: баҡсасылар ерҙе кадастр иҫәбенә ҡуйырға, ширҡәттең документтары теүәл булырға тейеш. Шунһыҙ артабан эшләүе, хәлде яҡшыртыуы мөмкин түгел.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас в