“Умартасылыҡ берләшмәләре өсөн яҡшы яңылыҡ. "АпиМир" Халыҡ-ара форумына әҙерлек башлайбыҙ. Был яңылыҡты күптәр көттө, беләм”, - тип яҙа ул социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә.
"АпиМир" Өфөлә 8 сентябрҙән 10 сентябргә тиклем үтәсәк. Ғалимдарҙың һәм тикшеренеүселәрҙең халыҡ-ара съезын үткәрәсәкбеҙ. Форум илдә умартасылыҡ буйынса төп фекер алышыу, фәнни-күргәҙмә базаһы буласаҡ.
"АпиМир" Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм дуҫ илдәрҙән бал етештереүселәрҙе, технологтарҙы, ғалимдарҙы, эшкәртеүселәрҙе йыясаҡ. Сара Башҡортостандың бал сәнәғәтен үҫтереүгә, уның экспортҡа йүнәлтелеүен, тәжрибә алмашыуға, танылыуына булышлыҡ итәсәк.
Был сараға әҙерлек сиктәрендә республикала бал һәм бал ҡорто продукцияһының сифатын баһалау буйынса лаборатория асырға ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, федераль коллегалары менән берлектә Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында Умартасылыҡ компетенцияһын һәм инновацион технологияларҙы үҫтереү бөтә Рәсәй үҙәге булдырыласаҡ. Әйтәйек, Алтай һәм Алыҫ Көнсығыш кеүек башҡа төбәктәрҙе лә ошо тармаҡ үҫеше менән ҡыҙыҡһындыра аласаҡбыҙ, - тип хәбәр итә Андрей Назаров.
#командахабирова #комфортныйрегион #Башкортостан #правительстворазвития #АпиМир #пчеловоды
Лилиә Нуретдинова фотолары.