Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ҡағыла.
“Беҙҙең аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ярҙам итеү программаһы эшләй. Предприятиеларыбыҙ тотороҡло эшләп кенә ҡалмай – улар ышаныслы аҙымдар менән алға бара.
Шуға күрә лә Рәсәй сифат системаһы баһаһы һөҙөмтәләре буйынса Бәләбәй һөт комбинатының “Голланд” сыры иң сифатлы биш продукт исемлегенә инде бит. Рәсәй Хөкүмәте ҡушыуы буйынса “Россельхознадзор” һәм “Роспотребнадзор” менән берлектә уҙғарылған тикшереү һөҙөмтәһендә эксперттар “Голланд” сырының 30 маркаһынан башҡорт сырын – иң яҡшыларҙың береһе тип таныны.
Саҡ ҡына предприятиеның үҙе тураһында һөйләйем. Бәләбәй һөт комбинаты – Рәсәйҙәге ҡаты күҙләнсекле сыр етештереүселәрҙең береһе. Предприятиела 37 төр сыр, өс төр аҡ май һәм ике төр спред етештерелә. Ай һайын комбинат 1000 тонна сыр һата, уны Краснодарҙан алып Владивостокка ҡәҙәр бөтә илдә һатып алырға мөмкин, продукция Ҡаҙағстанға ла экспортҡа оҙатыла.
#сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше
Фото: "Бәйләнештә".