Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель , 13:59

Эш күләме бик ҙур

Кисә Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим кадр үҙгәрештәрен иғлан итеүҙән башланы. Әйтергә кәрәк, улар байтаҡ ҡына булды.

 

Уларға ҙур ышаныс бағлана

 

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ошо көндән беренсе урынбаҫар итеп тәғәйенләнде. Республиканың финанс министры Лира Иғтисамова иһә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары булып китте. Ул һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре өсөн яуаплы буласаҡ. Республиканың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарасаҡ. Быға тиклем тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры булған Урал Искәндәров Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.

– Урал Салауат улын был мөһим вазифаны үтәүгә саҡырыу минең шәхси ҡарарым булды. Ул – профессиональ юрист, республиканы, тәбиғи ресурстар өлкәһен яҡшы белә. Шуға күрә минең бик көслө ярҙамсым барлыҡҡа килә, – тине Радий Хәбиров.

Дүшәмбе иртә менән Башҡорт­остан Башлығы эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына барҙы. Бында мөһим сәйәси ваҡиға булды – ҡала мэры Рөстәм Афзалов вазифаһынан бушатылды һәм яңы урынға тәғәйен­ләнде. Хәҙер ул Башҡортостанда яңы булдырылған эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры эшен башҡарасаҡ.

– Мин бөгөн Сибай халҡынан Рөстәм Афзаловты республика Хөкүмәтенә эшкә ебәреүҙе һораным. Уның эш тәжрибәһе бик ҙур. Мин һәр ваҡыт әйтеп киләм: кем муниципалитет башлығы булып эшләгән, ул универсаль етәксегә әйләнә. Беҙ уны юғары компетенциялы һәм кешелекле етәксе итеп күрҙек. Уның эшмәкәрлеге Сибайҙағы ауыр осорға тура килде. Карьерҙы ла һүндерҙек, коронавирус менән дә көрәштек. Ҡала үҫеште, объекттар артты. Яңы вазифала үҙенең иң яҡшы сифаттарын күрһәтер тип ышанабыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Рөстәм Афзаловҡа дүрт йыл ярым Сибай башлығы булып эшләгәне өсөн рәхмәт әйтте. Сибайҙың яңы башлығы тураһында ҡарар яҡын арала ҡабул ителәсәк. Әлегә был вазифаны урынбаҫар Гүзәл Ишемғолова ваҡытлыса башҡарып торасаҡ.

Шулай уҡ Сибай тураһында һөйләп, Радий Хәбиров “Терра Урал аръяғы” паркы буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Унда эштәр дауам итә, бөгөндән экопарктың ҡыҙыҡлы контуры күренә башланы ла. Һуҡмаҡтар, эскәмйәләр, ял зоналары, бәүелсәктәр – урындағы халыҡ белдереүенсә, парк төҙөлөп бөтмәһә лә, бында бөгөндән кеше өҙөлмәй. Проектты беҙҙең Ҡалаларҙы үҫтереү институты булдырҙы. Урындағы үҙенсәлектәрҙе, сибай­ҙарҙың теләген күҙ уңында тоттоҡ. Паркта йөрөү һәм рекреация зоналары, өлкәндәр, коляскалы әсәләр, йәштәр, бәләкәстәр өсөн майҙан­сыҡтар бар. Планда – ваҡиғалар майҙансығын һәм спорт коворкингын булдырыу. Хатта быуа ла буласаҡ. Парк урынында элек ташландыҡ урын булған. Хәҙер уның тиҙерәк төҙөлөп бөткәнен көтәм, барып күрәсәкмен”, – тине ул.

 

Иҡтисадҡа ярҙам шикһеҙ буласаҡ

 

Кәңәшмәлә Премьер-министр Андрей Назаров сығыш яһаны. Ул белдереүенсә, республика Хөкүмәте санкция баҫымы шарттарында иҡтисадтың үҫешен тәьмин итеү буйынса тәү сираттағы эш планын әҙерләгән.

– Уны әҙерләгәндә беҙ эшлекле берекмәләр, банк структуралары һәм төп предприятиелар менән ентекле консультациялар үткәрҙек. Өс федераль пакеттың көрсөккә ҡаршы сараларын иҫәпкә алдыҡ. Өҫтәмә рәүештә иң яҡшы төбәк һәм донъя тәжрибәләрен анализланыҡ. Дөйөм алғанда, бизнестың көнүҙәк проблемаларын һәм ағымдағы хәлдең үҙенсәлектәрен хәл итеү буйынса тәҡдимдәрҙе мөмкин тиклем иҫәпкә алырға тырыштыҡ, – тине Андрей Назаров.

Бюджет ресурстарын һаҡлау һәм ҡабаттан бүлеүҙе иҫәпкә алып, “План 143” ярҙам сараһын үҙ эсенә ала. Шуларҙан 56-һы ойоштороу харак­терындағы сара һәм 55 миллиард һумға яҡын суммаға 87 финанс сараһы. 87 финанс сараһына ҡағылып, уларға 53,3 миллиард һумлыҡ тура финанс ярҙам күләме менән 77 сара инә.

Атап әйткәндә, бәләкәй эшҡыуар­лыҡҡа ярҙам итеү өсөн бер миллиард һумдан ашыулыҡ 14 сара ҡаралған, сәнәғәт секторына һәм тотош система булдырыусы предприятиеларға ярҙам саралары өс миллиард һумдан ашыулыҡ 20-нән күберәк сараны күҙ уңында тота.

Айырым саралар комплексы экспортты диверсификациялауға һәм Рәсәйҙең донъя иҡтисадына интегра­цияһын сикләүгә ҡаршы көрәш сараларына йүнәлтелгән. Бында һүҙ тауар ташыуға, халыҡ-ара сертификатлауға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға, яҡынса 500 миллион һумға импорт комплектлаусы әйберҙәр һәм ҡорамалдар һатып алыуға логистик сығымдарҙы компенсациялау ха­ҡында бара.

Ташыусыларға һәм, дөйөм алған­да, туриндустрияға санкция баҫымын иҫәпкә алып, республиканың туристик тармағы өсөн 830 миллион һумға ташламалар ҡаралған.

Ярҙам итеү сараларының иң ҙур күләме иҡтисадтың торлаҡ-төҙөлөш секторы өлкәһенә йүнәлтелгән – 30 миллиард һумдан ашыу.  Шул иҫәптән: граждандарҙың айырым категорияларына ДОМ.РФ менән берлектә льготалы ипотека кредитлауы программаларын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ өлөшсөләр өсөн торлаҡ төҙөүгә финанс ресурстар (545 миллион һум) бүлеү һәм башҡалар күҙаллана.

 

“Өфө” аэропорты бирешмәҫкә тейеш

 

Кәңәшмәлә “Өфө” аэропортының ағымдағы хәле тикшерелде. Доклад менән предприятиеның генераль директоры Александр Андреев сығыш яһаны. Халыҡ-ара санкциялар һәм сикләүҙәр шарттарында аэропорттың эше еңел бармай. Улар пассажирҙар һанының кәмеүен көтә. Бының буйынса улар өс сценарийға әҙерләнә.

– Пассажирҙар ағымының һәм шуға ярашлы килемдең 15 процентҡа кәмеүе төп сценарий булып тора. Ул ғәмәлгә ашырылғанда 2022 йылда пассажирҙар һаны 3,4 миллион кеше тәшкил итәсәк, ә табыш күләме – 2,6 миллиард һум, был стандарт күрһәткестәрҙән 350 миллион һумға кәмерәк. Оптимистик вариант пассажирҙар ағымын 10 процентҡа кәметеүҙе күҙ уңында тота, ә ваҡиғалар насар үҫешкән осраҡта пассажирҙар ағымының 25 процентҡа кәмеүе ихтимал, – тине ул.

Шул уҡ ваҡытта Александр Андреев билдәләүенсә, мартта “Өфө” аэропортында пассажирҙар ағымы ни бары ете процентҡа кәмегән, был Рәсәйҙә халыҡ-ара рейстарҙың 60 проценттан ашыуға кәмеүенә бәйле.

2022 йылдың беренсе кварталында пассажирҙар һанының бынан алдағы осор күрһәткестәренән күпкә артыуын хәбәр итте.

– 2022 йылдың ошо осоронда дөйөм пассажирҙар ағымы 826 мең кеше тәшкил иткән, был уҙған йылдағы күрһәткестән 23 процентҡа күберәк. Тәүге ике айҙа беҙ ярайһы уҡ алда барҙыҡ, эске рейстарҙа пассажирҙарҙың 85 проценттан ашыуы хеҙмәтләндерелде. Был аҙнала миллионынсы пассажирҙы хеҙмәт­ләндерәсәкбеҙ, был да былтырғы күрһәткестәрҙән алдараҡ була, – тип билдәләне ул.

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты – беҙҙең етди активыбыҙ һәм уның менән ғорурланырға бөтә нигеҙ ҙә бар, тине Радий Хәбиров.

– Беҙҙең аэропорт – Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе. Кәйефегеҙ оҡшай, хәлде тоторға, кешеләргә һаҡсыл ҡарарға кәрәк. Беҙ, әлбиттә, үҙ яғыбыҙҙан ярҙам итербеҙ. Аэродромды үҫтереүҙе магистраль инфраструктураны яңыртыу һәм киңәйтеү комплекслы планына индереү өҫтөндә бергәләп эшлә­йәсәкбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән аэропортты Өфөнөң юбилейына архитектура йәһәтенән яңыртыуҙы тамамлау тураһында һөйләшеп килештек. Әлбиттә, ҡунаҡхана кәрәк, хәҙер билдәле бер ауырлыҡтар булыуын аңлайым, ләкин инвесторҙарыбыҙҙы ҡунаҡхана төҙөргә этәрергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас в