Санкциялар ҡыҫымындағы тормош күптәрҙе үҫешкә этәрҙе. Аҙыҡ-түлекме, сәнәғәт продукцияһымы, хеҙмәттәр баҙарымы – үҙебеҙҙекенә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Улар сифат билдәһе булып тора, һатып алыусылар өсөн дә, етештереүселәргә лә яҡшы.
Ике аралағы өҙөлмәй торған сылбыр, бизнес менән тәьмин итеүселәрҙең тура тығыҙ бәйләнеше – сәнәғәттең уңышлы үҫеш нигеҙе. Ошо маҡсатта Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы партнерҙар менән берлектә Дәүләт мәғлүмәт сәнәғәт системаһы нигеҙендә “Импортҡа алмаш биржаһы" тигән онлайн-сервис булдырҙы.
Был платформа ни өсөн кәрәк? Яңы сервис ярҙамында Рәсәй етештереүселәре илдә сығарылған продукция аналогтарын үҙҙәренең эшендә ҡарай һәм ҡуллана ала, санкцияға эләккән продукттар урынын үҙләштереү мөмкинлеге асыла.
Ул нисек эшләйәсәк? Биржала сәнәғәт продукцияһын, запас частарҙы алыуға һорауҙар баҫтырыла, ә тәьмин итеүселәр коммерция характерындағы тәҡдимдәрен йүнәлтә, ошо рәүешле аралашсыға сығымдар китмәй.
“Бөгөн Дәүләт мәғлүмәт сәнәғәт системаһында республиканан 208 сәнәғәт предприятиеһы теркәлде. Башҡортостанда ғына түгел, барлыҡ Рәсәй биләмәһендә артабан һатыу маҡсатында улар үҙҙәре етештергән продукция тураһында мәғлүмәт урынлаштыра”, - тип хәбәр ителә Башҡортостандың сәнәғәт министрлығынан.
“Импортҡа алмаш” яңы сервисы эшләп китһен өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк. 14 марттан платформала дүрт мең яңы тәьмин итеүсе эшләй, 80 мең һорау булдырылған, килешеүҙәр суммаһы 2,5 миллиард һум тирәһе тәшкил итә. Был һандар платформаның кәрәклеге тураһында һөйләй.
Фото: kskdm.ru