Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель 2022, 23:15

Рөстәм Моратов эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры менән таныштырҙы

Яңы министрлыҡ алдына яңы бурыстар ҡуйыла.

Рөстәм Моратов эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры менән таныштырҙы
Рөстәм Моратов эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры менән таныштырҙы

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса яңы министр Рөстәм Афзалов менән таныштырҙы.

"Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарлыҡ һәм туризм йүнәлешендә эште көсәйтергә кәрәклегенә бәйле был ике тармаҡты берләштерергә ҡарар итте. Рөстәм Әхмәткәрим улы бизнес-берләшмәләр менән эшләүҙә ҙур тәжрибә туплаған. Ябай белгестән етәксе вазифаһына тиклем үҫкән кеше. Шуға ла был өлкәлә тиҙ һәм һөҙөмтәле рәүештә эште еренә еткереп үтәренә шигебеҙ юҡ, - тине Рөстәм Моратов.

Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында иғлан ителгән көрсөккә ҡаршы сараларҙың мөһимлеген һәм хәҙер уларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә кәрәклеген билдәләне. Ул шулай уҡ Нияз Фазыловҡа һәм Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренә башҡарылған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Бынан алда республика Башлығы Радий Хәбиров указы менән Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы итеп Нияз Фазылов тәғәйенләнде.

Рөстәм Моратов бизнес-шерифтар, бизнес-берләшмә, федераль үҙәк менән системалы эште дауам итеү, эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүҙә үҙгәртеп ҡороуҙар кәрәклеген билдәләне.

– Беҙ эшҡыуарҙар өсөн иң уңайлы шарттар булдырырға, республикаға йүнселлекте үҫтереү өсөн яңы финанс мөмкинлектәре бирергә, бизнесты киңәйтеүгә булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Хәҙерге шарттарҙа, туристар ағымы артҡандан-арта барғанда, туризм айырым әһәмиәткә эйә – был йәһәттән юғары конкуренцияға һәләтле төбәк булырға тейешбеҙ, — тине Рөстәм Моратов.

Башҡортостандың туристик индустрияһын үҫтереүҙә ошо тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу милли академияһын булдырыу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе буласаҡ. Был өлкәлә кадрҙар компетенцияһы кимәлен арттырырға, хеҙмәтләндереү сифатының берҙәм һәм юғары стандартын тәьмин итергә кәрәк. Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин Башҡортостан ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы алдында торған өҫтөнлөклө бурыстар тураһында һөйләне.

— Бизнеста ла, туризм өлкәһендә лә булған проекттарҙы артабан да системалы рәүештә үҫтереү, шул уҡ ваҡытта яңыларын булдырыу бик мөһим. Алдыбыҙҙа ҙур эш тора, - тине Рөстәм Афзалов.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: