Компания үҙенең продукция күләмен арттырырға ниәтләй. Башҡортостан юлдаш телеканалына биргән интервьюла һыуҙың скважинанан шешәгә тултырылғансыға тиклемге юлы тураһында аңлатыла.
Уны бер ниндәй хәүефһеҙләнеүһеҙ эсергә мөмкин, ләкин һыу артабан таҙартыуға ебәрелә. Һыу нескә таҙартыу фильтрҙары аша үтә. Уның күҙәнәгенең ҙурлығы кеше сәсенән 50-70 тапҡыр нәҙегерәк. Һыу тултырылыу алдынан ультрофиолет менән таҙартыла. Етештереү автоматлаштырылған, ләкин машинаны кеше контролләй. Был лабораторияла ла, етештереү линияһында ла күҙәтелә.
Татлы газировка етештереү цехының үҙ нескәлектәре. Ингредиенттары – лимон һәм аскорбин кислоталары, тәмләткестәр һәм иң мөһиме ароматизаторҙар. Газлы һыу эсеү зыянлы түгелме тигән икеләнеүҙәр ҙә урынһыҙ. Технолог билдәләүенсә, һыуға витаминдар өҫтәлә.
Быйыл заводта модернизация үткәрелеүе байтаҡ үҙгәрештәр индергән. Компанияла хәҙер татлы газлы эсемлектәр етештереүҙе үҫтерәләр. Яңыртыу тап ошо линиянан башланған. Предприятиены модернизациялау программаһы 2026 йылға тиклем иҫәпләнгән. Әйткәндәй, иң бәләкәстәргә һыу етештерә алыу - алмау сифаттың күрһәткесе булып тора. «Ҡыҙыл шишмә» предприятиеһы уны сығарыуға өлгәшкән!
Һыуҙың бөтөүе мөмкинме? Был һорауға ышаныслы рәүештә юҡ тигән яуап алдыҡ. Былтырғы ҡоролоҡ та етештереү күләменә йоғонто яһамаған. Ер аҫтында ысын һыу байлыҡтарыбыҙ һаҡлана. Ләкин тәбиғәт үҙенә ҡарата һаҡсыл, ихтирамлы мөнәсәбәт талап итеүен күҙ уңында тотоп, энергияны һаҡлау режимына күсеү ниәтләнә.