Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель 2022, 15:45

Юл буйы сервисы буйынса фекер алыштылар

Йәйге туристик миҙгел башланыу менән юл буйы сервисын үҫтереү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Юл буйы сервисы буйынса фекер алыштылар
Юл буйы сервисы буйынса фекер алыштылар

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә туристик тармаҡҡа федераль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуҙы иҫәпкә алып, юл буйы сервисын үҫтереү тураһында фекер алыштылар. Кәңәшмәлә республиканың муниципаль райондарының һәм ҡала округтарының хакимиәт башлыҡтары, шулай уҡ ошо тармаҡ үҫеше өсөн яуаплы ведомстволарҙың етәкселәре ҡатнашты.

Йәйге туристик миҙгел башланыу менән юл буйы сервисын үҫтереү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ул осорҙа автотуризм төп йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә, тип билдәләне Андрей Назаров.  Бөгөн Рәсәй халҡының яртыһынан ашыуы автотранспортта сәйәхәт итергә әҙер. “Ростуризм” мәғлүмәттәренә ярашлы, 2030 йылға ил буйлап йылына автомобилдә 140 миллиондан ашыу сәфәр ҡылынасаҡ. Был – тармаҡты үҫтереү өсөн ғәйәт ҙур мөмкинлек.

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев 2022 йылдың I кварталы йомғаҡтары буйынса төбәктә юл буйы сервисын үҫтереүҙең яҡынса һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

– Беренсе квартал йомғаҡтары буйынса 14 юл буйы сервисы объекты файҙаланыуға тапшырылды һәм һигеҙе төҙөкләндерелде, – тине ул.

Республикалағы ҡулланыусылар йәмғиәттәренең тәҡдиме нигеҙендә төбәк һәм муниципаль-ара юл буйы объекттары реестры төҙөлдө. Ул 21 объектты үҙ эсенә ала. Бынан тыш, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы эшҡыуарҙарға модулле конструкциялар ҡуйыуға сығымды субсидиялау алымын тәҡдим итә.

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ринат Фәтҡуллин туризм инфраструктураһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса федераль программаларҙа республиканың ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып федераль ярҙам алыу эшенә ҡушылды һәм 1,5 миллиард һумға ғариза бирҙе. Һөҙөмтәлә 100 глэмпинг төҙөләсәк, кәмендә 1200 эш урыны булдырыу күҙаллана.

Кәңәшмә аҙағында Премьер-министр муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә быйыл юл буйы сервисы объекттарын файҙаланыуға тапшырыу һәм төҙөкләндереү буйынса билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшеүҙе, шулай уҡ Туризм буйынса дәүләт комитеты менән берлектә 31 майға тиклем кемпингтар, автокемпингтар һәм модулле отелдәр урынлаштырыу өсөн яраҡлы ер участкалары тураһында мәғлүмәт тупларға ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: