Көндән-көн артҡан ихтыяжды тәьмин итеү өсөн "Эколь” компанияһы үҙенең ҡеүәтен арттыра.
“БСК” акционерҙар йәмғиәтенең ярҙамсы предприятиеһы, “Эколь” кер йыуыу порошоктары һәм таҙартыу саралары производствоһы сит илдән поставкалар ҡыҫҡарыуы арҡаһында импортты алмаштырыу сараһын күреп, етештереү мөмкинлеген һиҙелерлек арттырҙы. Бөгөн компания үҙенең продукцияһын Башҡортостандың бик күп селтәрле магазиндарында һата, федераль сауҙа селтәрҙәре менән дә хеҙмәттәшлекте киңәйтә. “Эколь” продукцияһы популяр маркетплейстарҙа ла урын алған. Уның һатыу географияһы тотош Уралды, Мәскәүҙе, Кавказды һәм башҡа төбәктәрҙе биләй.
“Зифа” һәм “Луч” кер йыуыу порошоктары етештереү күләме артыуы компанияға яңы мөмкинлектәр асты. Предприятие менеджментының һөҙөмтәле эше арҡаһында яҡын сит илдәрҙә лә продукция һатыу яйға һалынды. “Эколь” порошоктарын хәҙер Дағстанға һәм Ҡаҙағстанға оҙаталар, тиҙҙән тәүге партия Чечен республикаһына ебәреләсәк.
“Зифа” һәм “Луч” кер йыуыу порошоктарын етештереү күләме үткән айҙа өс тапҡырға артҡан. Компания етәкселеге билдәләүенсә, сеймал яғынан улар ауырлыҡ тоймай, сөнки йыуыу сараларының составын күпселек Рәсәйҙә етештерелгән сеймал тәшкил итә. “Эколь” компанияһы ҡулланыусылар баҙарында үҙгәрештәрҙе ваҡытында тойоп, продукт ассортиментын киңәйтә. Йәйгә компания балалар кейемдәре өсөн “Тоби Кидс” продукцияһын етештерә башлаясаҡ. Бынан тыш ҡулланыусының бөтә талаптарын күҙ уңында тотоп, эконом һәм премиум класлы порошоктар ҙа әҙерләнә.
фото: "Эколь" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән.