Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә майлы етенде экспортҡа оҙатыу тураһында яҙған:
“Башҡортостанда үҫтерелгән майлы етен Ҡытайҙа бик ҙур ихтыяж менән файҙалана икән. Санкциялар индерелгәнгә тиклем был уңыштың төп экспорт ағымы Европа илдәренә китһә, хәҙер ауыл хужалығы тармағы Көньяҡ Азия баҙарына сығырға ниәтләй.
Бер аҙна эсендә генә, 8 апрелдән 14 апрелгә тиклем, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондары предприятиелары эшкәртеү өсөн Ҡытайға 282 тонна майлы етен оҙатҡан. Перспективалар ҙур —марттан бирле был илгә 1756 тонна башҡорт етене һатылған да инде.
Беҙҙең дуҫтар – Белоруссияла ла майлы етенгә ихтыяж бар. Быйыл был культураның сәсеү майҙандарын 60 мең гектарҙан 75 мең гектарға тиклем арттырырға ниәтләйбеҙ”, - ти Радий Хәбиров.
Фото Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.