Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Апрель 2022, 23:00

Президент “Һәйбәт хәлдәр”ҙе хупланы

Ил етәксеһе үҙенә Өфө ҡыҫтыбыйын килтерә алыу мөмкинлеге менән дә ҡыҙыҡһынды.

Президент “Һәйбәт хәлдәр”ҙе хупланы
Президент “Һәйбәт хәлдәр”ҙе хупланы

Бөгөн, 20 апрелдә, онлайн тәртибендә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” форумы үтте. Ил Президенты Өфө эшҡыуары, “Aibat hallyar” милли стрит-фудына нигеҙ һалған Марат Нәсхетдиновтың проектын хупланы.

Мараттың әйтеүенсә, ул франшиза алып, “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсы арҡаһында Рәсәй кимәленә сыҡҡан. Коллектив “Уралдың иң яҡшы стрит-фуды” призын алыуға өлгәшкән.

“Беҙ нигеҙҙә өләсәйҙәребеҙ рецептары буйынса, хәҙерге төрлө эслектәрҙе өҫтәп, халыҡ араһында танылыу алған ҡыҫтыбый эшләйбеҙ. Үҙебеҙҙәге аҙыҡты файҙаланабыҙ. Эре туҡланыу селтәрҙәре беҙҙән киткән хәлдә беребеҙ ҙә ас ҡалмаясаҡбыҙ”, – тине эшҡыуар.

Владимир Путин туҡланыу ойошмаһының исеме менән ҡыҙыҡһынды, проекттың хәләл аҙыҡтарға мөнәсәбәте булыу-булмауын һораны. “Һәйбәт хәлдәр” “эштәр нисек?” тигән һорауға яуап. Киләсәктә хәләл аҙыҡ етештереү менән шөғөлләнергә планыбыҙ бар”, - тине Марат.

Президент хәләл аҙыҡтың ихтыяж менән файҙаланасағын белдерҙе һәм эшҡыуарға уңыштар теләне. “Беҙ  мотлаҡ ватан йәмәғәт туҡланыуына ярҙам итәсәкбеҙ. 1 ғинуарҙан ул өҫтәмә ҡиммәткә һалымдан азат ителде. Башҡа идеялар ҙа бар, улар эшләнеү өҫтөндә. Милли кухнялар – мәҙәниәттең бер өлөшө, ә улар беҙҙә күп.  Был бик мауыҡтырғыс, өҫтәүенә тәмле”, – тине Президент.

Әңгәмә аҙағында ил етәксеһе үҙенә “Aibat hallyar” ҡыҫтыбыйын килтерә алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды. ”Беҙ әлегә уны Өфө буйлап илтәбеҙ, әммә һеҙҙең өсөн ниндәйҙер юлын уйларбыҙ”, – тип ышандырҙы эшҡыуар.

Фото: BashNews.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: