Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Апрель 2022, 22:15

Санкциялар – үҫешкә этәргес

Иҡтисадҡа ярҙам сараларының тәүге пакеты суммаһы – 55 миллиард һум.

Санкциялар – үҫешкә этәргес
Санкциялар – үҫешкә этәргес

Башҡортостан юлдаш телеканалында санкциялар шарттарында Башҡортостанда иҡтисадтың ни рәүешле үҫеш кисереүе тураһында брифинг ойошторолдо. Тура эфирҙағы асыҡ һөйләшеүҙе Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская алып барҙы. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә санкциялар ваҡытында иҡтисадҡа ярҙам саралары буйынса тәүге пакет тәҡдим ителде. Уның суммаһы – 55 миллиард һум. Был – Башҡортостан бюджетының 2022 йылғы биштән өлөшө тигән һүҙ.

"Был бик ҙур сумма, уны беҙ көрсөккә ҡаршы йүнәлтәсәкбеҙ, әммә бөгөн ҙур күләм тураһында түгел, ә тик үҫеш хаҡында һүҙ алып барырға тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмит улы. – Был, ысынлап та, локомотивҡа тиң! Ул республикабыҙ иҡтисадының бөтә төр өлкәһенә лә ҡағыла. Барлығы 143 сараны тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола. Беҙ маҡсатҡа өлгәшергә тейешбеҙ".

Рөстәм Моратов Башҡортостанда көрсөккә ҡаршы штаб булдырылғанын билдәләне, уға республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселек итә. Уға ярашлы һигеҙ офис проекты бар. Санкция шарттарында Башҡортостан иҡтисады ярҙам сараларының беренсе пакеты сәнәғәттә, инновацияла, сауҙала, ҡулланыусылар баҙарында тотороҡлолоҡто тәьмин итеүгә, агросәнәғәт комплексына, төҙөлөшкә, транспортҡа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, туризмды үҫтереүгә, инвестиция эшмәкәрлегенә, экспортҡа ярҙам итеүгә, импортҡа алмаш булдырыуға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мөмкинлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелә.

"Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү өсөн импортҡа алмашҡа инвестиция проекттары өсөн ташламалы займдар ҡаралған, еңел сәнәғәт тармағында компетенция үҙәге төҙөлгән, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашыусылар өсөн субсидиялар биреләсәк", – тине Рөстәм Моратов.

Һөйләшеүгә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та ҡушылды. 2021 йылда республикабыҙ аграрийҙарына минераль ашлама алыу өсөн 300 миллион һум аҡса бирелгән, ә 200 миллион һум техниканы, ҡоролмаларҙы яңыртыу өсөн тапшырылған.

Шулай уҡ брифингта ҡатнашҡан Октябрьский ҡалаһынан эшҡыуар Павел Грюмов, Ҡырмыҫҡалы районының “Артемида” хужалығы генераль директоры Евгений Пожидаев һәм башҡалар үҙ ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, тауар етештереүҙәге тәжрибәһе менән бүлеште.

Фото: Башҡортостан юлдаш телеканалы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: