Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Апрель 2022, 16:15

Ауыл хужалығы тармағында бер кем иғтибарһыҙ ҡалмай

"Беҙ һәр ваҡыт улар менән бәйләнештә. Райондар һәр аграрий менән туранан-тура эшләй, улар – ауыл хужалығы идаралығы начальниктары, ауыл хужалығы буйынса башлыҡ урынбаҫарҙары", - тине вице-премьер.

Ауыл хужалығы тармағында бер кем иғтибарһыҙ ҡалмай
Ауыл хужалығы тармағында бер кем иғтибарһыҙ ҡалмай

Кисә Башҡортостан юлдаш телеканалында санкциялар шарттарында Башҡортостан иҡтисадына ярҙам сараларына арналған брифинг ойошторолдо. Ауыл хужалығында, ҙур булмаған фермерҙан алып ҙур холдингка тиклем бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалманы, тип билдәләне брифингта ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

– Беҙ һәр ваҡыт улар менән бәйләнештә, – тине ул. – Райондар һәр аграрий менән туранан-тура эшләй, улар – ауыл хужалығы идаралығы начальниктары, ауыл хужалығы буйынса башлыҡ урынбаҫарҙары. Мәғлүмәт-консультация үҙәктәре селтәре лә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте. Республиканың Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге эшләй, мессенджерҙарҙа дөйөм чат бар.

Быйыл аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренә иртәрәк сыҡты, тип билдәләне ул. Быйыл кампания ҡиммәтерәк, операция сығымдары буйынса – сәсеү өсөн генә 20 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк. Банктарҙың ташламалы кредиттары Башҡортостан аграрийҙары өсөн баҫыу эштәрен финанслауҙың төп сығанағы буласаҡ. 2022 йылда Башҡортостан аграрийҙарына льготалы кредит биреүгә федераль бюджет 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән. Аҡса банктарға төп ставканы компенсациялауға йүнәлтелгән. Шул арҡала республика аграрийҙары 5 процентҡа тиклем льготалы ставка буйынса 11 миллиард һумдан ашыу (шуның 7,5 миллиард һумдан ашыуын алғандар ҙа) кредит аласаҡ.

Фото: mcx.gov.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: