

Бөгөн экспорт – айырыуса иғтибар талап иткән эшмәкәрлек. Башҡортостан иҡтисадына ярҙам сараларына арналған брифингта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ошо хаҡта һөйләне.
– Хәүеф аҫтына экспортҡа йүнәлтелгән предприятиелар эләкте. Логистика сылбырҙары, поставкалаусылар алмашына, шуға күрә көрсөккә ҡаршы сараларҙың ҙур ғына өлөшө экспортҡа ярҙамға йүнәлтелде. Был субсидиялар, гранттар, импортты алмаштырыу үҙәктәре булдырыу, импорт менән тәьмин итеү. Финанслауҙың дөйөм күләме 500 миллион һум тәшкил итә, – тине Рөстәм Моратов.
Бөгөн эшләнгән һәм республикала файҙаланылған саралар комплексы Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй һәм иң яҡшы практикалар иҫәбенә инә.
Беренсе вице-премьер өҫтәүенсә, даими рәүештә Рәсәй экспорт үҙәге менән консультациялар алып барыла һәм үткән йомала Мәскәүҙә Башҡортостанда Евразия иҡтисади үҙәген ойоштороу һәм булдырыу буйынса кәңәшмә үткәрелгән.
Фото: capitalhumano.emol.com