Кисә Башҡортостан юлдаш телеканалында санкциялар шарттарында Башҡортостан иҡтисадына ярҙам сараларына арналған брифинг ойошторолдо.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова хеҙмәттәшлек өсөн мөмкин булған йүнәлештәр тураһында хәбәр итте, улар – Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Көнсығыш илдәре, Әмирлектәр, Сауд Ғәрәбстаны илдәре.
– Шуға күрә хәҙер предприятиелар менән тығыҙ эшләйбеҙ, уларға яңы баҙарҙар үҙләштерергә, партнерҙар эҙләп табыуҙа ярҙам итәбеҙ. Ошо бөтә хеҙмәттәрҙе Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге күрһәтә.
Әммә бөгөн экспорт ҡына түгел, импорт мәсьәләһе лә тора. Предприятиеларҙың бер өлөшө етештереүҙе тәьмин итеү өсөн кәрәкле продукция менән тәьмин итеүселәрҙе юғалтты. Шуға күрә беҙҙең төп бурыс - экспортерҙар өсөн генә түгел, импортерҙар өсөн дә эҙләү тора, - тип билдәләне Лена Изотова.
Фото: russian.alibaba.com