Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөкләндереү буйынса ҡала хеҙмәттәренә Белоруссияның “АМКОДОР” холдингында етештерелгән 11 фронталь тейәгестең асҡысын тапшырҙы.
Мәғлүм булыуынса, республика делегацияһының былтыр декабрҙә Беларусь Республикаһына сәфәре барышында яҡтар Башҡортостандың ошо предприятие менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре буйынса фекер алышҡайны.
– Әле бында беҙ ҡалаларыбыҙ бөхтә, төҙөк булһын өсөн йыл башынан һатып алған техниканың бәләкәй бер өлөшө. Республикаға килгән яңы машиналар иртәгә үк Өфө юлдарына сыға. Уларҙың ышаныслы булыуына, бөтә ҡатмарлы хәлдәрҙе лә еңеп сығырына ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Быйыл республика муниципалитеттар өсөн 1,5 миллиард һумлыҡ 200 коммуналь машина һатып алырға ниәтләй.
Радий Хәбиров “АМКОДОР” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Александр Шакутинға ике яҡлы тауар әйләнешен һәм инвестиция хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн рәхмәт хаты тапшырҙы. Тантананан һуң Башҡортостан Башлығы Республика йортонда Александр Шакутин менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда республикабыҙҙа Беларусь Республикаһының махсус машиналар етештереү холдингы заводын төҙөү өсөн потенциаль майҙансыҡтар ҡаралды. Бынан тыш, компания төбәктә төрлө техниканы хеҙмәтләндереү өсөн сервис үҙәге асырға ниәтләй.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/152384.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/152384.html