Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Апрель 2022, 13:30

Гранттар заманы килде, файҙаланып ҡалығыҙ!

“Ғаилә фермаһы” гранты буйынса конкурсҡа документтар ҡабул итәбеҙ.

Гранттар заманы килде, файҙаланып ҡалығыҙ!
Гранттар заманы килде, файҙаланып ҡалығыҙ!

Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған санкциялар шарттарында Башҡортостанда иҡтисадтың ни рәүешле үҫеш кисереүе тураһындағы брифингта (тура эфир) республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрлығы төбәк ведомстволарына 2022 йылдың 1 июненә хәтлем дәүләт ярҙамының 80 процентын күсерергә ҡушҡан.

– Беҙҙә грант программаһын тормошҡа ашырыу ғәҙәти срогынан алдараҡ башланды, – тине Илшат Фәзрахманов. – Бөгөн “Агростартап” программаһы буйынса проекттарҙы яҡлау тамамланды, әле “Ғаилә фермаһы” гранты буйынса конкурсҡа документтар ҡабул итәбеҙ. Артабан ауыл хужалығы кооперативтарының техник базаһына ярҙам итеү буйынса конкурс башланасаҡ. Шуға күрә лә быға ныҡлы әҙерләнергә кәрәк, быйылдан уҡ грант программаларында ҡатнаша башлау зарур. Киләһе йылға финанслау шулай уҡ билдәле.

Илшат Фәзрахманов һөтсөлөк мини-фермаһы асырға теләүсе фермерҙарға ярҙам тураһында ла һөйләне.

Фото: rutube.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: