Иҡтисад
21 Апрель 2022, 17:15

Ил иҡтисады тотороҡлолоғон һаҡлай

Ярҙам сараларының тәүге пакеты 55 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Ил иҡтисады тотороҡлолоғон һаҡлайИл иҡтисады тотороҡлолоғон һаҡлай
Ил иҡтисады тотороҡлолоғон һаҡлай

Башҡортостан иҡтисады 143 ярҙам сараһына эйә буласаҡ. Был хаҡта 18 апрелдә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды.

Ярҙам сараларының тәүге пакеты 55 миллиард һум тәшкил итәсәк. Төҙөлөш тармағы, бәләкәй һәм урта бизнес, туризм, агросәнәғәт комплексы һәм башҡалар ярҙам аласаҡ.

Иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров фекеренсә, ил иҡтисады ярайһы тиҙ темп менән тотороҡло үҫешә, быны бер нисә факт раҫлай.

Беренсенән, Үҙәк банктың төп ставкаһын кәметеү. Шуға ярашлы, кредиттар буйынса ставкалар кәмей башланы. Икенсе мәл – яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ артманы. Һум курсын ярайһы уҡ нығытыу күҙәтелә – ул пандемияға тиклемге кимәленә тиклем тиерлек ҡайтты. Был Көнбайыш өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл ине.

Башҡортостанда импортҡа алмаш буйынса эш тиҙ йәйелдерелә. Был аҙыҡ-түлек, дөйөм туҡланыу баҙарына, сәнәғәт продукцияһы етештереүгә лә ҡағыла. Дөйөм алғанда, Рәсәй иҡтисады тотороҡланды һәм санкция баҫымына яраҡлашты, Үҙәк банк валюта сикләүҙәрен йомшарта башлай. Мәҫәлән, 18 апрелдән банктарҙан 2022 йылдың 9 апреленән кассаларға ингән ҡулаҡса валютаны алыу рөхсәт ителә.

Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университеты иҡтисадсылары билдәләүенсә, валюта һатыу Үҙәк банктың башҡа йомшартыуҙарының логик дауамы булып тора - процент ставкаһын бер юлы 300 база пунктына кәметеү һәм 12 процент күләмендә валюта һатып алыу өсөн комиссияны бөтөрөү.

Юғары иҡтисад мәктәбенең милли тикшеренеү университеты профессоры Евгений Коган һүҙҙәренсә, Үҙәк банктың эшмәкәрлеге паниканы баҫырға һәм хәлде яйға һалырға мөмкинлек бирҙе, инфляция әкренәйә башланы. Эксперт Үҙәк банктың эшен һаҡсыл тип баһалай. Ул ставканы кәметеүҙе һәм валюта һатып алған өсөн комиссияны бөтөрөүҙе тәьҫирле саралар тип атаны.

“Бер ай элек банк иҫәбенән ете триллион һум самаһы аҡса алынғанын яҡшы хәтерләйбеҙ. Марттың 20-һенә үк, Үҙәк банк рәйесе һүҙҙәренсә, ликвидлыҡ дефициты ике тапҡырға, 3,5 триллион һумға. тиклем кәмегән. Йәғни юғары ставка аҡсаһын алған кешеләргә уйланырға һәм аҡсаларын банктарға кире ҡайтарырға мөмкинлек бирҙе”, – ти Евгений Коган.

Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университетының Донъя иҡтисады департаменты доценты Эдуард Джагитян билдәләүенсә, Үҙәк банк сәйәсәте Рәсәй иҡтисадын санкциялар баҫымына яраҡлаштыра: “Иҡтисадтағы бөтә эштәр ҙә рациональ һәм иҡтисади тигеҙләнешкә, ә коммерция эшмәкәрлегендә табыш алыуға йүнәлтелгән”, – ти Эдуард Джагитян.

Федераль ярҙам саралары төбәктекеләр менән бер рәттән иҡтисадтың бөтә тармаҡтарын, шул иҫәптән импортҡа алмаш талап ителгән тармаҡтарҙы үҫтереүҙең дөрөҫ стратегияһын һайларға ярҙам итәсәк.

Фото: panoramarb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас