Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған санкциялар шарттарында Башҡортостанда иҡтисадтың ни рәүешле үҫеш кисереүе тураһындағы брифингта (тура эфир) республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры Рөстәм Моратов йөкмәткеле сығыш яһаны.
– Беҙ ватан һәм сит ил инвесторҙарының инвестицион объекттарын туранан-тура “оҙатып йөрөйбөҙ”, – тине Рөстәм Моратов. – Һандарға килгәндә, ул Рәсәйҙә өс йыл эсендә ул 109 процентҡа үҫкән, Волга буйы федераль округында үҫеш – 104 процент, Башҡортостанда 131 процент үҫеште күҙәттек. Йәлеп ителгән инвестициялар – 400 миллиард һумдан ашыу. Бөгөн шул мөһим, ыңғай динамиканы туҡтатмау зарур, шул уҡ ваҡытта инвестицион циклды кәметмәҫкә кәрәк.
Рөстәм Моратов әйтеүенсә, әлеге тышҡы сәйәси хәлдәргә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда бер инвестицион программа ла туҡталмаған. Был – Башҡортостан Башлығының һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының күрһәтмәһе.
– Беҙ бөтә инвестицион закондар сығарыу системаһын үҙгәртәбеҙ, – тине Рөстәм Моратов.
Фото: Яндекс.Новости