Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Иран Ислам Республикаһының фән һәм технология буйынса вице-президенты Сорена Саттари эшлекле осрашыу үткәрҙе. Унда шулай уҡ Ирандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалали, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, вице-премьер Сергей Греков, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ҡатнашты.
Радий Хәбиров Ирандағы партнерҙарға республика иҡтисадының мөмкинлектәре, нефть һәм газ тармағында, ауыл хужалығында, финанс һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәре тураһында һөйләне.
– Илдәребеҙҙе, Рәсәй менән Иранды, үҙ-ара файҙалы дуҫлыҡ ептәре бәйләй, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта төбәк-ара мөнәсәбәттәр ҙә әүҙем үҫә. Беҙ Иран провинциялары менән бер нисә килешеү төҙөнөк. Вуздарыбыҙ араһында кадрҙар әҙерләү һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр ойоштороу йәһәтенән мәҙәни һәм фәнни хеҙмәттәшлек сараларын тәҡдим итергә әҙербеҙ.
Сорена Саттари Башҡортостан Башлығын быйыл майҙа Иранға илдең ҙур нефть һәм газ форумы эшендә ҡатнашырға саҡырҙы. Радий Хәбиров саҡырыуҙы ҡабул итте.
Ирандан килгән партнерҙар Башҡоростан аграрийҙарынан иген продукцияһы һатып алыу менән ҡыҙыҡһынды.
– Белгестәребеҙ республикағыҙҙан бойҙай, арпа, үҫемлек майы һәм ит продукцияһы экспортлау мөмкинлеген өйрәнеү өсөн Башҡортостанға килергә ниәтләй. Иран компаниялары шулай уҡ Башҡортостанда юғары технологиялы ауыл хужалығы предприятиеларын асыу мәсьәләһен дә тикшерергә әҙер, – тине илсе Казем Джалали.
Осрашыуҙа шулай уҡ Өфөнән Тегеранға тура авиабәйләнеш ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы менән Тегеранда Башҡортостандың сауҙа вәкиллеген асыу буйынса консультацияның башланыуы тураһында хәбәр итте.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press