Башҡортостан юлдаш телеканалында ойошторолған санкциялар шарттарында Башҡортостанда иҡтисадтың ни рәүешле үҫеш кисереүе тураһындағы брифингта (тура эфир) республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры Рөстәм Моратов иң ҙур ярҙам торлаҡ төҙөлөшө тармағына йүнәлтелеүе тураһында белдерҙе.
– Шуны айырым билдәләп үткем килә, был осраҡта республика бюджетынан туранан-тура йүнәлтелгән аҡсалар ғына түгел, бында шулай уҡ федераль һәм үҫеш институттарынан килгән аҡсалар, – тине Рөстәм Хәмит улы. – Һандар теле менән аныҡ итеп әйткәндә, торлаҡ төҙөлөшө инфраструктураһы өсөн бүленгәне – 20 миллиард һум тәшкил итә. Ул инфраструктура бюджет кредитынан бүленә.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү Фондынан ташламалы займдар буйынса, Милли именлек фонды иҫәбенә коммуналь инфраструктураны үҙгәртеп ҡороуға йәлеп ителгәне – 6,4 миллиард һум. Был – Рәсәйҙә иң ҙур күләм.
Мәскәүҙә ДОМ.РФ Берҙәм үҫеш институтындағы осрашыуҙар һөҙөмтәһе буйынса килешеүҙәргә өлгәшелгән.
Башҡортостан өсөн инфраструктура облигацияларының күләме – 20 миллиард һум. Ул Ағиҙел буйындағы (2-се этап) торлаҡ йорттар төҙөлөшөнә инженерлыҡ селтәре һуҙыуға һәм Ветерандар госпитале һәм Математика лицейынның социаль объекттары өсөн тотоноласаҡ.
Фото: Илдар Аҡъюлов.