Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Апрель 2022, 13:45

Ярҙам бының менән генә сикләнмәй

“Беҙ хәлде күҙәтеп барабыҙ һәм ошо пакет артынан тағы ла ярҙам саралары күрһәтеләсәген аңлайбыҙ", - тине беренсе вице-премьер. 

Ярҙам бының менән генә сикләнмәй
Ярҙам бының менән генә сикләнмәй

Кисә Башҡортостан юлдаш телеканалында санкциялар шарттарында Башҡортостан иҡтисадына ярҙам сараларына арналған брифинг ойошторолдо. Тура эфирҙағы асыҡ һөйләшеүҙә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инновация сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашты.

Уның белдереүенсә, тышҡы санкциялар баҫымы шарттарында республика иҡтисадына тәү сираттағы ярҙам саралары планына 55 миллиард һумлыҡ 143 сара инә, ул Башҡортостан республикаһы иҡтисадының бөтә тармаҡтарын үҙ эсенә ала.

“Көрсөккә ҡаршы сараларға йүнәлтелгән сумма бығаса булмағанса ҙур. Беҙҙең өсөн ул – Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше локомотивы, үҙ алдыбыҙға ҡуйған һөҙөмтәләргә һәм маҡсаттарға өлгәшеү өсөн бирелгән ҡоралдар”, – тине Рөстәм Моратов.

Республикала көрсөккә ҡаршы оператив штаб булдырылған, уны Башҡортостан Башлығы етәкләй. Хөкүмәт кимәлендә Планды әҙерләү махсус төҙөлгән проект сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының туранан-тура етәкселеге аҫтында үткәрелде. Был офис сиктәрендә тармаҡ комитеттары булдырылды, уларҙың һаны – һигеҙ. Был проект офистарының рәйестәштәре булып бизнес, бизнес-берләшмә вәкилдәре тора, пакетты әҙерләү бизнес-берләшмә менән тығыҙ бәйләнештә алып барылған.

Ярҙам саралары мәсьәләләренең төп пулына сәнәғәтте, төп предприятиеларҙы, сауҙаны, төҙөлөштө, туризмды, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү инә, шулай уҡ социаль мәсьәләләр буйынса ҙур блок бар.

Брифинг барышында Рөстәм Моратов әлеге көрсөккә ҡаршы пакеттың беренсе генә булып тороуын әйтте.  

“Беҙ хәлде күҙәтеп барабыҙ һәм ошо пакет артынан тағы ла ярҙам саралары күрһәтеләсәген аңлайбыҙ. Көндәлек мониторинг һөҙөмтәләре беҙгә йылдамыраҡ булырға кәрәклеге хаҡына һөйләй һәм әле көтөп торған саралар ҙа һуңғараҡ тормошҡа ашырыласаҡ", – тип хәбәр итте беренсе вице-премьер.

Башҡортостан Башлығы ошо саралар пакетын бер ай эсендә тормошҡа ашырырға ҡушты. Хәҙер ҡануниәт базаһын үҙгәртергә һәм ҙур күләмдәге норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләргә кәрәк.

Фото: transport-news.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: