Иҡтисад
21 Апрель 2022, 15:00

Юлдарҙы ремонтлауға биш миллион һум бүленәсәк

Съезда республика Башлығы һөйөнөслө яңылыҡ менән уртаҡлашты.

Юлдарҙы ремонтлауға биш миллион һум бүленәсәкЮлдарҙы ремонтлауға биш миллион һум бүленәсәк
Юлдарҙы ремонтлауға биш миллион һум бүленәсәк

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында республиканың “Муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының XII съезы уҙҙы. Унда урындағы муниципаль берәмектәр башлыҡтары, район хакимиәте башлыҡтары, район Советы рәйестәре саҡырылғайны.

Съездың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул сығышында һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашты – быйыл төбәк бюджетынан 54 райондың да юлдарына ҡырсынташ түшәүгә биш миллион һум аҡса бүленәсәк. Был яңылыҡты съезда ҡатнашыусылар алҡыштар менән ҡабул итте.     

Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, илгә ҡаршы санкциялар индерелгән шарттарҙа ла ауылды кадрҙар менән нығытыуға йүнәлтелгән бер программа ла ябылмаған.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас