Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Апрель 2022, 12:00

55 миллиард һум аҡса бүленгән

Әлеге ауыр мәлдә ярҙам буласаҡ.

55 миллиард һум аҡса бүленгән
55 миллиард һум аҡса бүленгән

Өфөлә һәм Ишембайҙа кейем тегәләр, Стәрлетамаҡта, Өфөлә һәм Нефтекамала офтальмология продукцияһы етештерәләр, республиканың Ҡырмыҫҡалы районында – тимер-бетон, ә Октябрьский ҡалаһында пластмасса әйберҙәр эшләйҙәр. Башҡортостан предприятиелары, бер ниндәй санкцияларға ҡарамаҫтан, cафта.

Сеймал, ҡорамалдар менән ҡыйынлыҡтар, белгестәр етешмәй – теләк булһа, барыһын да еңеп сығырға мөмкин. Ауырлыҡтар килеп тыуған ерҙә федераль һәм республика дәүләт ярҙамы сараларына таянырға була. Санкциялар шарттарында Башҡортостан Республикаһы иҡтисадына ярҙам сараларының сираттағы пакетында 56 ойоштороу һәм 87 финанс сараһы бар, уларҙы тормошҡа ашырыуға 55 миллиард һум бүленгән.

Аныҡ мәғлүмәт – вк-социаль селтәрҙәге видеороликта.

Фото: severdv.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: