Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров түңәрәк өҫтәл һөйләшеүендә ҡатнашты: унда санкция сикләүҙәре шарттарында халыҡ-ара коммуникацияның киләсәге хаҡында һөйләштеләр. Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге ойошторған сара Өфөләге “Sant’Agostino” коммерцияға ҡарамаған ойошма майҙансығында үткәрелде.
Андрей Назаров был ябай булмаған осорҙа Ассамблея эшмәкәрлегенең яңы мәғәнәгә эйә булыуы, тышҡы иҡтисади бәйләнештәргә һиҙелерлек өлөш индерелеүе хаҡында һөйләне. Был илдәр араһында мәҙәни генә түгел, иҡтисади эшмәкәрлек күперенә лә әйләнергә тейеш, тине.
- Барлыҡ партнерҙарыбыҙ ҙа бар йәһәттән хеҙмәттәшлекте туҡтатыу яҡлы түгел. Мәҫәлән, Италиянан коллегалар – “Sant’Agostino” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы - республикала эшҡыуарлығын алып бара, - тине Андрей Назаров.
Премьер-министр етештереү логистикаһы һәм тауарҙарҙы ташыуға күберәк иғтибар бүлеү хаҡында белдерҙе. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеүҙең яңы юлдарын әүҙем эҙләргә һәм тормошҡа ашырырға кәрәк, тип белдерҙе.
Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллегенең Италия менән эшлекле һәм ғилми-мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев тә логистик етештереү сылбырҙарын төҙөү һәм дуҫ илдәрҙең таможня хеҙмәттәшлеге аша тауар ташыу хаҡында белдерҙе.
Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге Йәмәғәт советының Италия һәм Башҡортостан Республикаһының үҙ-ара хеҙмәттәшлеге буйынса ағзаһы Андреа Беттони Башҡортостандағы эшҡыуарлыҡҡа юғары баһа бирҙе.
Сара аҙағында Италияның “Sant’Agostino” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы президенты Элио Каппиелло Андрей Назаровҡа Италия һәм Башҡортостан араһындағы иҡтисади һәм ғилми-мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ иткән өсөн Рәхмәт хатын тапшырҙы. Үҙ сиратында Андрей Назаров итальян коллегаларын “Урал аръяғы-2022” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашырға саҡырҙы. Ул 3-4 июндә Сибайҙа үтәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә был хаҡта яҙҙы.
“Был ябай булмаған ваҡытта Евразия халыҡтары ассамблеяһы эшмәкәрлеге яңы мәғәнәгә эйә. Был илдәр араһындағы иҡтисади һәм мәҙәни күпергә әйләнергә тейеш. Ошо хаҡта итальян партнерҙар менән һөйләштек. Улар Өфөлә итальян аш-һыуҙарын популярлаштыра, был эш яҡшы ғына килеп сыға.
Урындағы милли аш-һыу әҙерләгәндәргә лә ярҙам итәбеҙ. Был хаҡта республика Башлығы ла күптән түгел яҙҙы. Ошо көндәрҙә Өфөнән эшҡыуар AIBAT HALLAR авторлыҡ проекты менән ил Президенты менән тура эфирҙа аралашты һәм Владимир Путинды Өфө фастфудын ауыҙ итергә саҡырҙы. Артабан да бизнес өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡбыҙ.
Дискуссияға килгәндә, ул емешле үтте. Санкт-Петербург форумында Евразия халыҡтары ассамблеяһының генераль секрретары Андрей Бельянинов менән 2023 йылда Өфөлә “Евразиаданы ҡаршылап” милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса форум-ярыш үткәреү тураһында һөйләшеп килештек”, - тине ул.
Фото: pravitelstvorb.ru