Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Апрель 2022, 08:48

Бер кем дә ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Хөкүмәт кәңәшмәһендә иҡтисадҡа ярҙам саралары тикшерелде.

uksrb.ru
Фото:uksrb.ru

Башҡортостан Хөкүмәте республикабыҙ иҡтисадын, предприятиеларҙы һәм эшҡыуарҙарҙы ауыр хәлдә яңғыҙ ҡалдырмай. Быны тәүге тапҡыр коронавирус пандемияһы ваҡытында бер ҡасан булмағанса ярҙам саралары аша күрһәткәйнеләр. Һәм бына әле Рәсәй иҡтисады Көнбайыш илдәре санкцияһы баҫымы шарттарында бер ни тиклем ауырлыҡтар кисергәндә йәнә ошоно дәлилләйҙәр.

Был аҙнала Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә лә ярҙам саралары тикшерелде. Төп доклад менән Премьер-министр Андрей Назаров сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, республика Хөкүмәте санкция баҫымы шарттарында иҡтисадтың үҫешен тәьмин итеү буйынса тәү сираттағы эш планын әҙерләгән.

– Уны әҙерләгәндә беҙ эшлекле берекмәләр, банк структуралары һәм төп предприятиелар менән ентекле консультациялар үткәрҙек. Өс федераль пакеттың көрсөккә ҡаршы сараларын иҫәпкә алдыҡ. Өҫтәмә рәүештә иң яҡшы төбәк һәм донъя тәжрибәләрен анализланыҡ. Дөйөм алғанда, бизнестың көнүҙәк проблемаларын һәм ағымдағы хәлдең үҙенсәлектәрен хәл итеү буйынса тәҡдимдәрҙе мөмкин тиклем иҫәпкә алырға тырыштыҡ, – тине Андрей Назаров.

Бюджет ресурстарын һаҡлау һәм ҡабаттан бүлеүҙе иҫәпкә алып, план үҙ эсенә 143 ярҙам сараһын ала – 56-һы ойоштороу характерында һәм 55 миллиард һумға яҡын суммаға 87 финанс сараһы. 87 финанс сараһына 53,3 миллиард һумлыҡ тура финанс ярҙам күләме менән 77 сара инә.

Атап әйткәндә, бәләкәй эшҡыуар­лыҡҡа ярҙам итеү өсөн бер миллиард һумдан ашыулыҡ 14 сара ҡаралған, сәнәғәт секторына һәм система булдырыусы предприятие­ларға ярҙам саралары өс миллиард һумдан ашыулыҡ 20-нән күберәк сараны күҙ уңында тота.

Айырым саралар комплексы экспортты диверсификациялауға һәм Рәсәйҙең донъя иҡтисадына интеграцияһын сикләүгә ҡаршы көрәш сараларына йүнәлтелгән. Бында һүҙ тауар ташыуға, халыҡ-ара сертификатлауға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау, яҡынса 500 миллион һумға импорт комплектлаусы әйберҙәр һәм ҡора­малдар һатып алыуға логистик сығымдарҙы компенсациялау ха­ҡында бара.

Ташыусыларға һәм, дөйөм алғанда, туристик индустрияға санкция баҫымын иҫәпкә алып, республиканың туристик тармағы өсөн 830 миллион һумға ташламалар ҡаралған.

Ярҙам итеү сараларының иң ҙур күләме иҡтисадтың торлаҡ-төҙөлөш өлкәһенә йүнәлтелгән – 30 миллиард һумдан ашыу. Шул иҫәптән граждандарҙың айырым категорияларына ДОМ.РФ менән берлектә льготалы ипотека кредитлауы программаларын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ өлөшсөләр өсөн торлаҡ төҙөүгә финанс ресурстар (545 миллион һум) бүлеү һәм башҡалар күҙаллана.

– Шуға баҫым яһайым, был ярҙамдың беренсе өлөшө генә. Артабан, хәлдең үҫешенә ҡарап, уны тиҙ арала тулыландырасаҡбыҙ. Ошо этапта Башҡортостан Республикаһы Башлығының тейешле бойороғо проекты әҙерләнгән, – тине Андрей Назаров.

Беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әҙерләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн төбәктең закондар сығарыу базаһының мөһимлеген билдәләне.

– Бынан тыш, эшебеҙҙе мәғлү­мәти оҙатыуҙы – өҫтөнлөктәр һәм алымдар тураһында потенциаль алыусыларға ентекле еткереүҙе тәьмин итеү мөһим, – тине ул һәм  иҡтисад тармаҡ­тары һәм сектор­ҙары күҙлегенән сығып әҙерләнгән сараларға тулы­раҡ туҡталды. Улар иҫәбендә – сәнәғәт кластерҙары үҫешен, импортты алмаштырған проекттарҙы дәртләндереү, хеҙмәт етештереү­сән­леген арттырыу, би­ләмәләрҙә комплекслы төҙөлөштө арзанайтыу һәм инженерлыҡ ин­фра­структураһы майҙансыҡтарына яҡынайтыу, агросәнәғәт комплексына һәм ҡулланыусылар баҙарына булыш­лыҡ итеү, шулай уҡ инвестиция эшмәкәрлеген әүҙемләш­тереү.

Орлоҡ, химиялаштырыу саралары, техника һәм ҡорамалдар һатып алыу өсөн субсидиялар буласаҡ. Хөкүмәт Премьер-министры урын­баҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов был субсидияны бөгөн аграрийҙарға күрһәте­ләсәк иң кәрәкле һәм көнүҙәк сара тип атаны, сөнки аҡса сәсеүҙе уңышлы үткәреү, баҫыуҙарҙы тәртиптә тотоу һәм аҙаҡ уңышты йыйып алыуға йүнәлтелә. Бөгөн был – агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенең төп нигеҙе.

Рөстәм Моратов, “Алға” махсус иҡтисади зонаһына ярҙам киңәйтеләсәк, тине. “Бында бюджет кредиттарын реструктуризациялау иҫәбенә инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһы объекттарын төҙөүгә аҡсаны ҡабаттан бүлеү ҡаралған. Импортты алмаштырыу буйынса өҫтөнлөклө проекттарҙы таныу процедураһын ябайлаш­тырабыҙ. Дәүләт һәм муниципаль милек объекттарын файҙаланған өсөн ҡуртым түләүен арттырыуға мораторий билдәләйәсәкбеҙ”, – тине ул.

– Әле төрлө кимәлдәге бизнес өсөн ярҙам алыу мөһим. Докладта яңғыраған яңы саралар – “Алға” махсус иҡтисади зонаһына ҡарата аныҡ ҡарарҙар. Улар инвесторҙарға үҙҙәрен ышаныслыраҡ тойорға мөмкинлек бирәсәк. Яңы проекттар башларға булышлыҡ итәсәк, тимәк, яңы эш урындары булдырыласаҡ, – тине был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорация­һының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Рөстәм Моратов белдереүенсә, офсет контракттарын (ике яҡлы файҙалы килешеү) ҡулланыу тәжрибәһен киңәйтәсәктәр. Был ошондай проекттар өсөн минималь хаҡ сиген бер миллиард һумдан 100 миллион һумға тиклем кәметеү тураһындағы федераль башлан­ғысты күҙ уңында тотҡанда айырыуса мөһим.

– Офсет килешеүен төҙөү өсөн инвестицияларҙың минималь күлә­менә талаптарҙың кәмеүен тулы­һынса хуплайбыҙ. Был республи­каға өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә, офсет контракттары төҙөү практикаһын киңәйтергә, төбәктә яңы тауарҙар етештереү булдырырға мөмкинлек бирәсәк, – тине быға иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Светлана Малинская.

Беренсе вице-премьер сауҙа өлкәһенә ҡағылышлы ярҙам саралары тураһында:

– Сауҙа өлкәһендәге инвестиция проекттары өсөн дәүләт ярҙамы сараларын алыу мөмкинлеген киңәйтәбеҙ. Атап әйткәндә, күмәртә-бүлеү үҙәктәренә ҡарата өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡулланыу мөмкинлеген арттырабыҙ, – тине.

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аңлатыуынса, күмәртә-бүлеү үҙәк­тәре һәм күмәртәләп һатыу баҙар­ҙары төҙөү буйынса проекттарға инвес­тициялар йәлеп итеү маҡса­тында был йүнәлештәрҙе өҫтөнлөк­лө итеү планлаштырыла. Һаҡлау, эшкәртеү һәм логистиканы үҙ эсенә алған күмәртә-бүлеү үҙәктәре төҙөү – сауҙаны үҫтереү юлдарының береһе.

Был төбәк ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең (тәү сиратта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлгөһөндәге) заманса агрологистик инфраструктураға ҡаршылыҡһыҙ инеүенә булышлыҡ итәсәк. Унан да бигерәк фермер­ҙарыбыҙға тәү сиратта республикала үҫтерелгән йәки етештерелгән продукцияһын һатыу географияһын киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.

Сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы Республикаға идара итеү үҙәгендә контролдә тоталар. Башҡортостан Башлығы төбәк Хөкүмәтенә бөтә ойоштороу эшен бер ай эсендә тамамларға ҡушты.

– Беҙ был документ өҫтөндә оҙаҡ эшләнек. Иҫ киткес тәҡдимдәр йыйылмаһы барлыҡҡа килде. Уларҙы тиҙ арала эшҡыуарҙарға, предприятиеларға һәм ойошма­ларға еткереү мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә ҙур аңлатыу эше алып барырға кәрәк, беҙҙең Ситуация үҙәге көрсөккә ҡаршы ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” аша быны тормошҡа ашыра башларға тейеш.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас в