Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Апрель 2022, 12:30

Бергәләшһәң, эш берәгәй

Радий Хәбиров шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлашты.

Бергәләшһәң, эш берәгәй
Бергәләшһәң, эш берәгәй

"Былтыр декабрҙә Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко менән осрашҡанда Башҡортостанды Белоруссияла етештерелгән техника менән тәьмин итеү, кооперация һәм уртаҡ производстволарҙы үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында һөйләшеп килештек.

Бөгөн беҙ Өфөгә Белоруссияның «Амкодор» компанияһынан 11 йөк тейәгес оҙаттыҡ. Был – ҡалаларыбыҙ һәм райондарыбыҙ өсөн һатып алған коммуналь техниканың бәләкәй генә өлөшө. 2022 йылда бөтәһе 1,5 миллиард һумға яҡын суммаға техника һатып алырға ниәтләйбеҙ.

Туғандаш Беларусь менән хеҙмәттәшлегебеҙ машиналар импорты менән генә сикләнмәй. Әле «Амкодор» республикала иген таҙартыу-киптереү комплекстары производствоһын урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ һайлай. Инвестицияларҙың күҙалланған күләме – яҡынса 1,5 миллиард һум.

МАЗ, МТЗ, «Гомсельмаш» кеүек Белоруссия сәнәғәт гиганттары беҙҙең «БелЗАН»дан беркетеү деталдәрен, Өфө пружина заводы продукцияһын, шулай уҡ станоктар һатып алыуҙы тикшерә.

«Урал аръяғы» инвестиция һабантуйында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Белоруссия предприятиелары менән берлектәге һөҙөмтәле эш тағы ла әүҙемерәк дауам итер, тип ышанам”, – тине ул.

Фото: vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_791741

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в